Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль , 18:30

Тормош матур, уның яҡты яғын да күрә беләйек!

Был хикәйәт һәр кем өсөн бик фәһемле булыр. Бай бизнесмендың ике улы була: уның береһе – пессимист, икенсеһе – оптимист.  Атай кеше уларға тормош һабағы бирергә теләп, тыуған көнөндә пессимистың бүлмәһен ролик, телефон, приставка кеүек бик  шәп бүләктәр менән тултыра, ә оптимистың бүлмәһенең уртаһына ат тиҙәге өйөп ҡуя.  

Тормош матур, уның яҡты яғын да күрә беләйек!
Тормош матур, уның яҡты яғын да күрә беләйек!

Улдары бүлмәләренә ингәс, атай кеше иң тәүҙә пессимист улының хәлен белергә инә.

– Улым, хәлдәр нисек? Көнөң нисек башланды? – тип һорай.

– Ҡот осҡос башланды. Бына бүләктәр өйөмөн күрәһеңме? Уларҙың барыһын да  асып ҡарар өсөн көнө буйы ваҡытым китәсәк.

Унан һуң атай кеше оптимист улы янына ингән.

Ә уныһы өйөлөп ятҡан ат тиҙәгенә ҡарап, ҡыуанып тора икән.

– Көнөң нисек башланды, улым? – тип һораған атаһы.

– Бик шәп. Ә ҡайҙа ат? – тип һораған уның һорауына ҡаршы.

– Ниндәй ат? Ҡайҙан алдың?

Улы:

- Бына өйөлөп ятҡан ат тиҙәген күрәһеңме? Ат тиҙәге булғас, ҡайҙалыр ат та булырға тейеш, – тигән.

Бына шулай оптимист улы ат тиҙәге араһында ла ҡыуаныс тапҡан.

Тормошта ла шулай: ҡайһы берәүҙәрҙең тормошо алда-гөл булһа ла һаман  тормошҡа зарланыуын дауам итә, ә икенселәрҙең  тормошо бигүк шәптән булмаһа ла, гел генә уның яҡты  яғын  ғына күрә.  

Дуҫтар, тормоштоң ҡараһын ғына түгел, күберәк ыңғай, яҡты яғын да күберәк күрергә тырышайыҡ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: