Билдәле булыуынса, 2023-2024 йылдарҙа республика ярҙамы менән бинаға капиталь ремонт үткәрелде. 2022 йылда республикала колледждарҙы модернизациялау программаһы сиктәрендә учреждениела уҡыу корпусы һәм оҫтаханалар ремонтланды. Бының өсөн төбәк бюджетынан 56,5 миллион һум бүленде. Ә 2023 йылдың апрелендә Радий Хәбиров эш сәфәре барышында студенттар өсөн ятаҡты комплекслы ремонтларға ҡушҡайны. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 65 миллион һум йүнәлтелде. Уҡыу йорто директоры Илдус Зәйнуллин билдәләүенсә, колледжда 430 студент белем ала. Бында ауыл хужалығы производствоһы бик тә кәрәкле һәм мөһим булған тракторсы-машинистар, үҫемлекселек мастерҙары, электромонтерҙар, иретеп йәбештереүселәр, автомеханиктар, ашнаҡсылар, кондитерҙар, тегенселәр, ағастан художестволы изделиелар эшләүселәр, автоматлаштырылған мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү системаһы өлкәһендә белгестәр әҙерләнә
Беҙҙең агросәнәғәт колледжы студенттары район тормошонда әүҙем ҡатнаша. Улар МХО-ға ярҙам итеү өсөн ирекмәндәр хәрәкәтен булдырған. Яугирҙәр өсөн окоп шәмдәре әҙерләйҙәр, балаклавалар һәм башҡа һаҡлаусы әйбер тегәләр. Бынан тыш, беҙҙең студенттар республика ярыштарында һәр саҡ ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.
Радий Фәрит улы егеттәрҙе Шишмә районындағы Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркында хәрби-ялан йыйылыштарында ҡатнашырға һәм “Геройҙар ярышын” үтергә саҡырҙы.
Башҡортостан Башлығы йәшәү, шул иҫәптән аҙ хәрәкәтсән студенттар өсөн бүлмәләрҙе, медпунктты, студенттарҙың үҙидара кабинетын, ял итеү бүлмәһен, спорт мөйөшөн ҡараны.
– Дөйөм ятаҡҡа 50 йыл ремонт үткәне булмаған, - тине Илдус Зәйнуллин. - Эштәр 2023 йылдың июлендә башланды. Төҙөүселәр фасадты яңыртты, тәҙрәләрҙе алмаштырҙы, эске биҙәү эштәрен башҡарҙы, эргә-тирәләге биләмәгә асфальт түшәне.
- Дөйөм ятаҡты ремонтлау яҡшы шарттар булдырырға мөмкинселек бирҙе, ә был Баймаҡ колледжына тағы ла күберәк абитуриенттарҙы йәлеп итер, тип ышанайыҡ, - тине билдәләне Радий Хәбиров.