Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль , 16:30

Баймаҡ районында МХО-ла һәләк булыусыларҙың ғаиләләре менән осрашыу

4 февралдә Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Ринат Сәйфетдинов, Рәсүл Хибәтуллин, Ғәҙел Иҫәнгилдин, Булат Буранғолов, Айса Сәлимов, Илмар Моралеевтың ғаиләләре менән осрашты.

Баймаҡ районында МХО-ла һәләк булыусыларҙың ғаиләләре менән осрашыу
Баймаҡ районында МХО-ла һәләк булыусыларҙың ғаиләләре менән осрашыу

Төбәк етәксеһе һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә, ҡатындарына һәм балаларына ысын күңелдән ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм уларға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. 

"Балалар үҙ ғүмерҙәрен Тыуған ил өсөн бирҙе. Уларҙың һәр береһе үҙ бурысын аҙағына тиклем үтәгән, улар - ысын герой. Беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ – улар хаҡында хәтерҙе һаҡлау, – тине Радий Хәбиров. - Һеҙ хәрби бурысығыҙҙы үтәгәндә һәләк булған ысын ир-егеттәр, патриоттар, Ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләгәнһегеҙ. Улдарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙҙең төп бурысыбыҙ - уларҙы иҫтә тотоу, хәтерен мәңгеләштереү, даими хәстәрлек күрһәтеү, ата-әсәләрҙең, уларҙың ғаиләләренең һәм балаларының иғтибарын йәлеп итеү».

Башҡортостан башлығы Республика кардиология үҙәгендә МХО-ла һәләк булғандарҙың ата-әсәләрен һауыҡтырыу һәм реабилитациялау программаһы әҙерләнеүен иҫкә төшөрҙө.

"Үҙегеҙҙе һаҡлау, һаулыө тураһында хәстәрлек күреүегеҙ мөһим, күптәргә ейәндәрҙе тәрбиәләүҙә ярҙам итергә кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Һәм, әлбиттә, һәләк булған балаларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү - район-ҡала башлыҡтарының төп бурысы. Улар һеҙҙең менән һәр ваҡыт бәйләнештә булырға, сараларға саҡырырға, көнүҙәк проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итергә, шулай уҡ һәләк булған яугирҙарҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса бөтә сараларҙы күрергә тейеш».

Төбәк етәксеһе шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләренең үтенесе буйынса йөкләмәләр бирҙе.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: