Йәштәр никахын Өфө ҡалаһының Киров районы ЗАГС-ында теркәй. Тантанаға туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре йыйыла. Махсус хәрби операция яугиры Олег менән Альбина ике йыл элек танышҡан.
Олег махсус хәрби операцияла 2022 йылдың октябренән хеҙмәт итә, штурмлау отряды командирының урынбаҫары була. Тик Бахмутты азат иткәндә ул ҡаты яраланып, ҡулын юғалта. Был уның рухын һындырмай, хәҙер ул «Ватанды һаҡлаусылар» фондының төбәк филиалында эшләй, унда ярҙамға мохтаж яугирҙарға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтә. Йәштәр үҙенең киләсәген үҫешеүҙә һәм балалар тәрбиәләүҙә күрә.
Фото: Т. АМАНОВ.