Мөхәмәт пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһиссәләм: «Шәғбан айының башҡа айҙарҙан өҫтөнлөгө – башҡа пәйғәмбәрҙәрҙән минең өҫтөнлөгөм кеүек үк», – тип әйткән. Шуға күрә мосолмандар был айҙы айырыуса хөрмәтләргә тейеш.
Шәғбан айында күп салауат, истиғфарҙар әйтегеҙ, тәһәжжүд, тәсбих намаҙҙары, «Ихлас» сүрәһен уҡығыҙ, күберәк изге ғәмәлдәр ҡылығыҙ.
Әгәр бер кеше шәғбан айында бер көн ураҙа тотһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең тәнен тамум утынан һаҡлар. Әгәр ҙә бер ай буйы ураҙа тотһа, ул кешегә ожмах лайыҡ булыр, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә ул кешенең бөтә ғәйептәрен ҡаплар.
Шәғбан айының 15-се кисендә Бәрәат кисе билдәләнә. Был кистә өс йөҙ рәхмәт ишеге асылыр. «Шәғбан айының 15-се кисе инһә, уны ғибәҙәт менән үткәрегеҙ. Көндөҙ ураҙа тотоғоҙ, сөнки Аллаһы Тәғәлә ул кистә ҡояш ҡалҡанға тиклем донъя күгенә рәхмәт күҙе менән ҡарар һәм бойорор: «Тәүбә һәм истиғфар итеүсе булһа, уны ғәфү итәм. Ризыҡ һораусы булһа, уға ризыҡ бирәм. Ауырыуға дусар булһа, уға һаулыҡ-сәләмәтлек бирәм. Бармы ундай кешеләр?» – тип әйтер, ти.
Фото: Т. АМАНОВ.