Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2025, 04:22

"Берҙәм Рәсәй" яуаплы эшкә ирекмәндәрҙе әҙерләйәсәк

2025-Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы.«Берҙәм Рәсәй» иҫтәлекле акцияларҙы оҙатыу өсөн ирекмәндәр әҙерләргә ярҙам итәсәк. Был партия, «Росмолодежь» һәм «Волонтеры Победы» Бөтә Рәсәй хәрәкәтенең берлектәге эше.

"Берҙәм Рәсәй" яуаплы эшкә ирекмәндәрҙе әҙерләйәсәк"Берҙәм Рәсәй" яуаплы эшкә ирекмәндәрҙе әҙерләйәсәк
"Берҙәм Рәсәй" яуаплы эшкә ирекмәндәрҙе әҙерләйәсәк

Активистар "Үлемһеҙ полк", "Георгий таҫмаһы", "Хәтер баҡсаһы", Еңеү Парадтарын оҙатыу, иҫтәлекле урындарҙы һәм хәрби ҡәберлектәрҙе төҙөкләндереү кеүек акцияларҙы һәм башҡа ваҡиғаларҙы ойоштороуҙа ярҙам итәсәк. Был хаҡта Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ йәмғиәтен яҡлау буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, «Еңеү ирекмәндәре»нең Үҙәк штабы рәйесе Ольга Занко хәбәр итте.

Ленинград өлкәһендә Рәсәйҙән һәм 9 илдән: Алжирҙан, Испаниянан, Абхазиянан, Белоруссиянан, Бениндан, Болгариянан, Ҡаҙағстандан, Молдованан һәм Тажикстандан ирекмәндәр көндөҙгө бүлектә уҡый.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас