– Әлеге мәлдә бөтә категориялар буйынса ике йөҙгә яҡын кешене ҡарайым. Унда һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары, эштән бушатылған хәрби хәрәкәттәр ветерандары, инвалид ветерандар, – тип һөйләй Яна Ипаева.
Фондтың социаль координаторҙары МХО-ла ҡатнашыусыларҙың һәм ветерандарҙың ғаилә ағзаларына, һәләк булған яугирҙарҙың әсәләренә һәм тол ҡатындарына кәрәкле документтарҙы рәсмиләштерергә, ғәмәлдәге ярҙам сараларын алырға, һаулығын нығытырға, ҡайтанан уҡытыу үтергә һәм тыныс тормошҡа ҡайтырға ярҙам итә.
Социаль координаторҙың эше кабинет сиктәрендә генә сикләнмәй. Ул дөйөм ҡала сараларына йөрөй, күсмә шәхси ҡабул итеүҙәр үткәрә, тәрбиәләнеүселәрҙе өйҙә билдәләнгән график буйынса ҡарай. Нефтекама ҡалаһында «Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалының социаль координаторы Яна Ипаева үҙенең эшен шулай баһалай:
- Беҙҙең кеүек кешеләр кәрәк, сөнки беҙ тормошта юл күрһәтеүсе булып китәбеҙ. Ярҙам итәбеҙ, ебәрәбеҙ, ҡайһы берҙә мәжбүр итәбеҙ. Эшселәр генә түгел, дуҫтарса мөнәсәбәттәр ҙә барлыҡҡа килә.
Башҡортостанда 2025 йылдың ғинуарына бөтә ҡала һәм райондарҙа 106 социаль координатор иҫәпләнә. 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә бар.
Фондтың республика филиалы эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548
«Ватанды Һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, ял көндәре юҡ.
Алдан консультация өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02