Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Января 2025, 04:00

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанда йәшәүселәрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән бүләкләнеВладимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне
Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне

«Һаҡмар» республика шифаханаһының баш табибы Тәлғәт Рәхмәтуллин Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы исеменә лайыҡ булды.

II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге баш ғилми хеҙмәткәре Рөстәм Ахунов бүләкләнде.

РФ-тың атҡаҙанған төҙөүсеһе исеме "Трубопроводсервис "эксперт-производство үҙәгенең башҡарма директоры Марат Сөнәғәтовҡа бирелде.

«Башнефть-Добыча» ЯСЙ-һының нефть һәм газ сығарыу төбәге начальнигы Фаат Хәсәнов илдең атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре булды.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас