Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ул быны хуплауын белдереп:
– Белорет ҡалаһы металлургтары Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҙур өлөш индерҙе. Ҡала етәкселегенең был башланғысын хуплайым.
Бөгөн республиканың ике ҡалаһына «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Улар – Өфө һәм Ишембай ҡалалары. Һәм беҙ ошо йүнәлештә эште дауам итергә тейешбеҙ – тине.
Фото: Т. АМАНОВ.