Республикабыҙҙа системалы эш юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһы буйынса алып барыла. Уның төп маҡсаты – заманса юл буйы комплекстарын булдырыу, унда юлда булыусылар сифатлы хеҙмәттәр алыу мөмкинлегенә эйә.
Концепцияны ҡабул итеү Башҡортостан биләмәһенә федераль селтәр компанияларының ҡыҙыҡһыныуын арттырҙы. Мәҫәлән, 2024 йыл аҙағында Өфө районының Михайловка ауылында «Ирбис» компанияһының күп функциялы юл буйы комплекстары һәм Дүртөйлө районының яңы М-12 федераль трассаһында «Лукойл-Уралнефтепродукт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ике объекты сафҡа индерелде. Иглин районында тағы бер объект сафҡа индереләсәк.
Фото: Т. Аманов.