Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Января 2025, 10:00

"Ҡорот коронавирусты туҡтата"

йәки "Йәшлек" гәзите уйлап сығарған фейк яңылыҡҡа биш йыл тулды. ⏬  

"Ҡорот коронавирусты туҡтата""Ҡорот коронавирусты туҡтата"
"Ҡорот коронавирусты туҡтата"

2019 йылдың аҙағында Ҡытайҙан килгән яңылыҡтарҙа "коронавирус" тигән һүҙ бер аҙ шикләндергәнен хәтерләйем. 2020 йылды ҡаршыланыҡ, бер аҙҙан бына бит ҡәһәрле ковид бар донъяның кәрәген бирҙе! Бикләнеп ултырыу, маска кейеү, өҙлөкһөҙ йыуыныу, кешенән ҡурҡыу, "пыцыэр", аҙаҡтан "кьюар-код", вакцина, вакциналаштырыу, обсервация...

Иң ҡыйыны - үлемдәр... Күпме аҫыл кешеләребеҙҙе, дуҫ-туғандарыбыҙҙы юғалттыҡ...

Һүҙем теүәл биш йыл элекке бер күренеш хаҡында. Ғәҙәттә аҙна эсендә беҙ эштә баш мөхәррир кабинетында йыйылышып, "оперативка" үткәрәбеҙ. Барыһы ла уҡмаша - сыҡҡан гәзит һаны, киләһе гәзиткә пландан алып, милләт-ара мөнәсәбәт, сәйәсәт, хәл-ваҡиғалар тураһында йәнле әңгәмә үтә. Шул 2020 йылдың ғинуар аҙағында коронавирус тураһында һөйләшеп ултырҙыҡ та, ошолай әйтә бирҙем:

- Әйҙәгеҙ, мин хәҙер бер фейк яңылыҡ яҙам һәм "ватсап"ҡа беседаларға ебәрәм. Шул хәҙер ҡырылмаһы-ҡырҡ яҡтан урап киләсәк!

Һүҙемде ҡеүәтләнеләр һәм тиҙ арала ошо текст әҙер ҙә булды:

"Последнее сообщение от британских ученых! Исследователи Английского департамента департамента здравохранения выяснили что башкирское кисломолочный продукты питания курут или курт губителен для китайского коронавируса. Входящие в состав курута мощные биологически активные вещества аксатоксин и энзимы блокируют нейронные связи вируса, прерывают ДНК и РНК-цепочки. В результате, болезнь отступает, организм человека вырабатывает антитела и пожизненную иммунную защиту. Англичане выявили что наибольшую пользу дает именно башкирский курут, полученный из молока коров, едящих экологически чистую траву и пьющих воду башкирских рек. Курут следует использовать в виде засушенных голов, в мягком виде, растолченный курут добавлять в мясной бульон."

"Британия ғалимдары" тигән һүҙбәйләнеште интернетта алдап сығарылған, абсурдлы фәнни асыш-маҙарға әйтәләр. Яҙған текстта ла мин шуны ҡулландым, ҡыҙыҡ булһын әле тип ҡоротто яҙҙым. Кем белә, мең дауаға торошло сихәтле башҡорт ашамлығының ысынлап та файҙаһы барҙыр тип уйланым.

... Яҙҙым, эш чатына һелтәнем, барыһы ла көлдөләр һәм унда-бында бәрә башланыҡ. Ауыл, урам, ҡала, класташтар, курсташтар "беседа"лары, былай яҙышҡан кешелә "переслать" итеүҙәр.

Бер-нисә көндән яҙмам кире әйләнеп ҡайтмаһынмы! Аптыраным. Аҙаҡ гәзит-журнал сайттарында ҡороттоң коронавирусҡа ҡаршы булыуы тураһында яңылыҡтар күренде. Башҡортсаға тәржемә итеүселәр ҙә табылды:

"Ҡорот коронавирусты туҡтата!

Был хәбәр Британия ғалимдарынан килә. Англия һаулыҡ һаҡлау департаменты ғилми хеҙмәткәрҙәре башҡорт ҡоротоноң ҡытай коронавирусы өсөн үлемесле булыуын асыҡлаған.

Инглиздар фәҡәт башҡорт еренең ҡылғанлы бесәнен ашап, таҙа һыуын эскән һыйыр һөтөнән әсетелеп яһалған, экологик яҡтан таҙа башҡорт ҡоротоноң иң файҙалыһы икәнлеген асыҡлаған.

Ҡороттоң составына ингән көслө биологик актив матдәләр аксатоксин һәм энзим вирустың нейрон бәйләнешенә ҡамасаулай (блокадаға ала), ДНК һәм РНК-сылбырын өҙә. Һөҙөмтәлә, сир сигенә, кеше организмы антиматдәләр һәм ғүмерлек сиргә бирешмәүсән иммунитет эшләп сығара башлай.

Ҡороттоң киптерелгәнен йәки йомшаҡ көйөнсә лә иҙеп һурпаға һалып ҡулланырға кәрәк. Фәҡәт боронғо ысул менән ныҡлы әсегән ҡатыҡтан оҙаҡ итеп ҡайнатып яһалған ҡорот ҡына файҙалы була."

Был русса-башҡортса яҙмалар соцселтәрҙәрҙә оҙаҡ ҡына йөрөнө. Кем белгән, ҡорот ысынлап та ярҙам итәлер. Ә ҡорот етештереүселәргә был яҡшы ғына реклама булды. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас