Уйындар "Көнсығыш" һәм "Көнбайыш" ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командалары араһында үтте. Ярышҡа спортсылар АСБ 2024/2025 йылдар миҙгелендә сығыш яһау һөҙөмтәләре, шулай уҡ көйәрмәндәрҙең тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса һайланды. Финал составтарын капитандар билдәләне.
Ярыштар ир – егеттәр коллективтары араһындағы матчта 113-107 иҫәбе менән һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 97-96 иҫәбе менән "Көнсығыш" йыйылма командаһының еңеүе менән тамамланды.
Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе, Көрәш һарайы был көндө 3,5 меңдән ашыу баскетбол һөйөүсене йыйҙы, тип билдәләне.
– Беҙ был объектты спорт сараларынан алып мәҙәни һәм хатта сәйәси сараларға тиклем төрлө саралар үткәреү өсөн төҙөнөк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Олимпия чемпиондары килеүе, улар араһында баскетбол легендаһы Иван Едешко, һис шикһеҙ, студент баскетболының абруйын күтәрә. Беҙ был спорт төрөн үҫтерәсәкбеҙ һәм иң юғары кимәлдәге турнирҙар үткәрергә ынтыласаҡбыҙ.