Декрет аҡсаһы төбәккә ҡарап, 74,9 меңдән –235,4 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк.
Бынан алда Рәсәй Президенты Владимир Путин юғары уҡыу йорттарының көндөҙгө бүлегендә уҡыған студенттарға һәм аспиранттарға йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеларҙы арттырырға ҡушҡайны. Закон проекты буйынса яҡын арала йәмәғәтселек фекер алышасаҡ Уны Дәүләт думаһына яҙғы сессияға индереү күҙаллана.
Фото: Т. АМАНОВ.