Рәсәй Президенты Владимир Путин Гвинея-Бисауҙан коллегаһы Амару Моктар Сисоку Эмбало менән телефон аша һөйләшеү үткәрҙе. Унда ил лидерҙарының сауҙа-иҡтисади, инвестиция һәм гуманитар өлкәләрҙә ике яҡлы хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙе тикшереүҙәре асыҡланды.
Бынан алда Рәсәй президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков 23 ғинуарҙа Путиндың мөһим халыҡ-ара телефон һөйләшеүе үткәрәсәген белдергәйне. Һүҙ АҠШ президенты Дональд Трамптың шылтыратыуы тураһында бармай, әммә ул «беҙҙең өсөн дә мөһим»тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Бынан тыш, Рәсәй лидеры халыҡ-ара шылтыратыу арҡаһында стратегик инициативалар Агентлығының күҙәтеү советы ултырышын туҡтата һәм ғәфү үтенә.
Сығанаҡ: Лента ру. Фото: Mikhail Metzel / Kremlin Pool / Globallookpress.com