Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2025, 04:36

Хаталарҙан һабаҡ алып

"Салауат Юлаев" үҙ боҙондағы уйындарын Екатеринбургтың"Автомобилист" командаһы менән дауам итеп, уларға 1:4 иҫәбенә еңелде.

Был осрашыуҙы, беҙҙең клуб тари­хындағы иң насар һәм һөҙөмтәһеҙ уйын­дарҙың береһе, тип икеләнмәй әйтергә мөмкин.
Тәүге осорҙа уҡ өфөләр, күпселектә булып та, уны файҙаланманы.Иң шәп снайперыбыҙ Джошуа Ливо иҫәпте асып, күп тә үтмәне, Максим Денежкин һә тигәнсе тигеҙләне лә.
Икенсе осорҙа ҡунаҡтар йыш тәртип боҙоп, ете (!) минутлыҡ штрафҡа юлыҡты. Ошо ваҡыт арауығында дәғүәсе ҡап­ҡаһына шайбалар ямғыры яуырмы, тиһәк, булмай торһон әле.
Иң мәргән һөжүмселәребеҙгә әллә күҙ тейҙеме, нишләптер, улар Владимир Галкиндың ҡапҡаһына шайба индереү әмәлен тапманы.
Өсөнсө осорҙа беҙҙекеләр тәртип боҙоп, боҙҙа өсәү генә тороп ҡалды. Ярай, нисек кәрәк әҙселектә ҡунаҡтарҙың баҫымына бирешмәнеләр. Тик дүртенсе уйынсыбыҙ сығыуға күршеләр йәнә иҫәпте  арттырҙы.
Өсөнсө осор бөтөп килгәндә беҙҙекеләр ҡапҡасыбыҙҙы алтынсы уйынсыға ал­маштырҙы. Был дәғүәсегә ҡулай булды: ҡапҡабыҙға дүртенсе шайба осоп инде.
Булған мөмкинлектәрҙе ҡулдан ыс­ҡындырғас, иҫәптең шулайыраҡ булыры көн кеүек асыҡ ине.
Дүшәмбелә иһә өфөләр Омскиҙың "Авангард"ы менән сәкәләште. Үәт, ис­маһам, быныһы ысын уйын ине. Ко­ман­дабыҙ, алдағы осрашыуҙа ебәргән ха­таларынан һабаҡ алып, бар яҡтан да камил уйнаны.
Тәүге гол авторы Джошуа Ливоның ҡул арты еңел булды: ул "ҡарсығалар' ҡап­ҡаһына өс шайба индереп, йәнә барыһын да ҡыуандырҙы һәм һоҡландырҙы.
Әйткәндәй, ул  10 матчта дүрт хет-трик яһап, рекорд ҡуйҙы. 42 уйында 55 (35+20) мәрәй йыйып, КХЛ-дың иң яҡшы бомбар­дирҙары исемлеген етәкләүен дауам итә.
Шулай уҡ йәш һөжүмсебеҙ Денис Яндың  мәрәйҙәр ҡумтаһын тулыландырыуы һөйөнөслө.
Ә инде ҡапҡасыбыҙ Семен Вязовой ҡапҡабыҙҙы "ҡоро" тотоуы менән уйын­сыларға ышаныс өҫтәне.
Бына бит, күмәкләп, бер йоҙроҡ булып уйнағас, һөҙөмтә лә бар. Афарин, юлаев­сылар!
Кисә беҙҙекеләр Сочиҙа урындағы ко­манда менән ситтәге уйындарҙы баш­ланы. Уларҙы алда "СКА", "Аҡ Барс", "Авангард"менән көсөргәнешле уйындар көтә. Әгәр командабыҙ булған мөмкин­лектәрҙе дөрөҫ файҙаланһа, боҙҙа ха­таланмаһа, был турнела ла еңеп, мәрәйҙәр йыя ала. Йәғни бөтәһе лә үҙҙәренә бәйле.

Читайте нас