Политолог, БР Фәндәр академияһының Стратегик эҙләнеүҙәр институты эксперты Марат Исмәғил улы Сафин:
- Башҡортостандың йәшәү сифаты буйынса тәүге ун төбәккә инеүе-был ҙур уңыш, ул республика идарасылар командаһының юғары эш кимәлен күрһәтә.
Төбәктәр араһында конкуренция көслө булып ҡала, шуға күрә бындай һөҙөмтәләргә өлгәшеү республика етәкселеге яғынан байтаҡ көс талап итә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе республиканың рейтингтағы позицияларын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүлә, ә хөкүмәттә был уңыштар өсөн конкрет вице-премьерҙар яуап бирә.
Айырыуса шуныһы иғтибарға лайыҡ: ни бары өс йыл эсендә (2021 йылдан был рейтинг формалаша) республика ҡырҡынсы урындан унынсыға күтәрелә алды.
Был алға китеш COVID-19 пандемияһы һәм махсус хәрби операция арҡаһында килеп тыуған ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, Башҡортостан Башлығының «2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында» Указын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Был факторҙар пландарҙы ярайһы уҡ үҙгәртә, әммә республика ысын мәғәнәһендә алға ынтыла.