Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Января 2025, 05:41

Урта һөнәри белем - кадрҙар дефицитын хәл итеүҙең асҡысы

Әлеге ваҡытта илдең хеҙмәт баҙары махсус эшсе һөнәре булған кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Билдәле булыуынса, урта һөнәри белем биреү системаһы - хеҙмәт баҙары шарттарында һөҙөмтәле эшләй алған грамоталы белгестәр әҙерләүсе мөһим тармаҡ. Республика башлығы Радий Хабиров был өлкәне үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүлә.

Урта һөнәри белем - кадрҙар дефицитын хәл итеүҙең асҡысыУрта һөнәри белем - кадрҙар дефицитын хәл итеүҙең асҡысы
Урта һөнәри белем - кадрҙар дефицитын хәл итеүҙең асҡысы


Быйылғы уҡыу йылында ла ҡабул итеүҙең контроль һандарын арттырып, тағы ла ике мең бюджет урыны булдырылды. Был эшсе һөнәрҙәр буйынса кадрҙар етешмәүен тулыландырыуға йүнәлтелгән аҙымдар. Мәҫәлән, Баҡалылағы Башҡорт аграр-технологик колледжы филиалында ремонт эшләп, матди-техник базаһын яңыртып, яңы бүлектәр асыу планлаштырылған. Был йәштәргә белем алыу һәм һөнәри яҡтан үҫешеү өсөн ҙурыраҡ мөмкинлектәргә юл асасаҡ. Һөнәре бар - юғалмаҫ, тиҙәр. Урта һөнәри белем биреүҙең мөһимлеген танырға һәм уның үҫешенә булышлыҡ итергә ваҡыт етте.

Сығанаҡ

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас