📌 Реставрация ни өсөн кәрәк? Төҙөкләндереү өсөн һәйкәлде постаменттан алыу мотлаҡмы? Атлы батыр ҡасан үҙ урынына ҡайтыр? Һәйкәл, постамент, каркас ниндәй хәлдә? Ошо һорауҙарға аныҡ һәм асыҡ яуаптарҙы документаль фильмда табырһығыҙ.
Картина нигеҙендә – бихисап анализдар һөҙөмтәләре, проект документтары нескәлектәре, билдәле эксперттар фекере. Архитекторҙар, скульпторҙар, проектлаусылар, реставраторҙар, тарихсылар һәйкәлде һаҡлап ҡалыу тураһындағы фекерҙәре менән бүлешә.
🎥 «Юғарыла, һәйкәл янында ниндәй тойғолар кисергәнебеҙҙе аңлатып бөтөргөһөҙ. Ижади төркөм үҙ өҫтөнә ниндәй яуаплылыҡ алыуын аңлай. Фильмыбыҙ республика халҡын борсоған ҡатмарлы һорауҙарға яуап бирер, тип ышанабыҙ», – ти фильм авторы, ижади төркөм етәксеһе Гәүһәр Батталова.
🎞️ Салауат Юлаев ролен билдәле спортсы Эльбрус Ниғмәтуллин башҡара. Фильмды «Самрау» фонды Башҡортостан Башлығы грантына БСТ телеканалы менән берлектә төшөргән.
🕐 *_21 ғинуар, 20.30 сәғәттә, БСТ телеканалында. Фильмдың премьераһынан ситтә ҡалмағыҙ!_*