Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2025, 06:00

Фирҙәүес Бәширова

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Фирҙәүес БәшироваФирҙәүес Бәширова
Фирҙәүес Бәширова

БАШҠОРТ ҠЫҘЫ

Башҡорт ҡыҙы — ул халҡымдың йөҙөк ҡашы,
Серле, төҫөн юймаҫ гүзәл, күҙ ҡамашыр.
Быуындарҙы быуындарға ялғап, төйнәп
Рух ялҡынын дөрләтеүсе саҡматаштыр.
Күңелдәрҙе күмер итер утлы ҡараш:
Йәнгә йәмле йылы һөттәй һалмаҡ һөйләш.
Бейегәндә аяҡтары алмаш тилмәш.
Һомғол Иҙел ағышылай ғәмле уйҙар
Толомдары тирбәлгәндәй аңын аулар.
Хыялдары, әйтерһең дә, — күккә ашҡан
Тылсым тулы Ирәмәлдәр, Торатауҙар.
Ҡолағында сыңлап торһа тәңкә сыңы,
Егетенең «һөйәм, йәнем» тигән һүҙе,
Болоттарҙы үтә тишер башҡорт ҡыҙы:
Нурын һипһен төйәгенә Ҡояш үҙе!

Юлай Кәримов фотоһы

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас