Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Унан күренеүенсә, алты йылға Өфөнөң Калинин район суды рәйесе итеп Яков Серов, Стәрлетамаҡҡа ҡала суды рәйесе тип - Анастасия Борисова, Өфө район судына рәйесе урынбаҫары итеп Лиана Гәрәева тәғәйенләнде.
Зинаида Полынь һәм Елена Саенко Башҡортостан Республикаһы юғары суды судьялары булды. Элина Мөхәмәтғәлиева Дәүләкән район суды судьяһы итеп тәғәйенләнде.