– Тарихи ғәҙеллек тантана итте. Тыуған ҡалам өсөн бик шатмын, ишембайҙар күптән ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ ине!
Ишембайҙағы нефть сәнәғәте бөтә Башҡортостандың иҡтисади үҫешенең нигеҙе ул. Ата-әсәйем, олатайым Кинйәбулат ятҡылығында эшләгән. Уларҙың көндәлек хеҙмәте Бөйөк Еңеүҙе яҡынайта. Ул йылдарҙа Ишембай фронттағы хәрби техникағаны яғыулыҡ менән тәьмин итә. Бынан тыш, ҡала машиналар эшләү буйынса ла уңышлы үҫешә, беҙҙең заводтар бар Себерҙе заманса ҡорамалдар һәм техника менән тәьмин итә.
Ишембайға маҡтаулы исем биреү киләсәк быуындарға илһөйәрлек тәрбиә биреүҙе үҫтереүгә этәргес бирер тип уйлайым. Һис шикһеҙ, мәғариф учреждениеларында, йәмәғәт ойошмаларында тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү, һаҡлау һәм популярлаштырыу буйынса эш көсәйтеләсәк. Ишембайыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм хәҙер уның тарихы тураһында илебеҙҙә генә түгел, бөтә донъяла йәшәүселәрҙең дә белеүе бик шәп. Был ғәҙел ҡарар өсөн Президентҡа рәхмәт, – тип һөйләне Рәүҙәт Ҡолманбәтов.
Сығанаҡ: "Башинформ".