Йылды уңышһыҙ башлағас, өфөләрҙең тренерҙар штабы был юлы составты әҙерәк әүеш-тәүеш итте. Тәүге звенола Александр Хмелевский менән Денис Янға Шелдон Ремпал өҫтәлһә, КХЛ-дың иң яҡшы снайперы Джошуа Ливо Нэйтан Тодд һәм Скотт Уилсон звеноһына күсерелде. Дүртенсе звенола Евгений Сорокин менән Петр Хохряковты Егор Сучков менән Артем Горшков алмаштырҙы. Ҡапҡаны һаҡлау иһә Александр Самоновҡа ышанып тапшырылды.
Хужалар тәүге осорҙо бик ҡыҙыу башланы. Әлеге лә баяғы запас эскәмйәләге ҡапҡасы Семен Вязовой хаталанып, өфөләр әҙселектә ҡалыу менән Герман Точилкин иҫәпте асты. Бер минут та үтмәне, беҙҙең уйынсының алабарманлығын Райли Барбер икенсе голға әйләндерҙе.
Ярай әле, юлаевсылар ошонан һуң да юғалып ҡалманы, тиҙ арала иҫтәренә килеп, алға ташланды. Һөҙөмтәлә өр-яңы легионерыбыҙ Скотт Уилсон дубль яһап, иптәштәрендә еңеүгә өмөт уятты. Ә һигеҙ уйында бер шайба ла индерә алмаған Александр Хмелевскийҙың голы беҙҙекеләрҙе алға сығарҙы. Юлаевсылар көйәрмәндәренең нервыһын ҡытыҡламайынса уйнамай: тағы тик торғандан яңылышып, икенсе осорҙа Кирилл Капустин иҫәпте тигеҙләп тә ҡуйҙы.
Ошонан һуң Джошуа Ливо, Денис Ян, Александр Хмелевский шәхси оҫталыҡтары арҡаһында иҫәпте 6-ға еткерҙе. Хужалар бирешергә теләмәй, сәмләнеп тырыша торғас, Никита Хоружев Самонов ҡапҡаһына дүртенсе шайбаны оҙатты.
Юлаевсылар күпселектә уңышҡа өлгәшмәһә лә, тигеҙ составта әлеге лә баяғы Джошуа Ливо һуңғы – етенсе шайбаны индереп, «Салауат Юлаев» «Нефтехимик»ты ҙур иҫәпкә тар-мар итте.
Өфөләр Татарстандан ҡайтышлай Омскиға һуғылып, «Авангард» менән осрашты. Юлаевсылар уйынды бик ҡеүәтле башлап, Шелдон Ремпал менән Артем Нәбиев тиҙ арала Никита Серебряков ҡапҡаһына бер-бер артлы голды индереп, тәүге осорҙоң уртаһында уҡ команданы алға сығарҙы.
Икенсе осорҙа хужалар беҙҙең зонаға ябырылды. Рид Буше яңғыҙы алға сыҡһа ла, Александр Самонов уның шайбаһын уңышлы ҡаҡлыҡтырҙы. «Ҡарсығалар» ошонан һуң күмәкләшеп ҡунаҡтар ҡапҡаһына бер нисә һөжүм ойошторҙо. Өфөләр уларҙы уңышлы кире ҡаҡты. Тик әлеге лә баяғы уйын барышында хаталанып, Скотт Уилсон менән Григорий Панин штраф эскәмйәһенә эләгеп, «дүрткә өс» форматында «Авангард»тың снайперы Рид Буше иҫәпте ҡыҫҡартты.
Өсөнсө осорҙа хужалар баҫымды тағы ла көсәйтте. Юлаевсылар бирешмәй, быға яуап итеп бер нисә һөжүм ойошторҙо. Серебряковтың һалҡын ҡанлылығы иҫәпте арттырырға бирмәне.
Илья Каблуков борт эргәһендә беҙҙекеләрҙән шайбаны тартып алып, Наил Яҡуповҡа бирҙе. Әлбиттә, ул быны файҙаланып, иҫәпте тигеҙләне.
Йәш һөжүмсебеҙ Данил Алалыкин бик шәп мәлен файҙалана алманы.
Уйын бөтөргә ике минут тирәһе ҡалғас, «Салауат Юлаев»тың тренерҙары Самоновты алтынсы уйынсыға алмаштырҙы. Тик Дамир Шәрипйәнов сосораҡ булып, буш ҡапҡабыҙға өсөнсө шайбаны индереп, хужалар еңеүҙе тартып алды.
Типә-тиң уйнап та, «Салауат» үҙенең хаталары арҡаһында өҫтөнлөгөн юғалтыу сәбәпле мәрәйҙән ҡолаҡ ҡаҡты.
Ситтәге уңышһыҙ сәфәренән һуң, үҙ боҙондағы серияны юлаевсылар Татарстандың «Нефтехимик» командаһы менән башланы.
Әллә күп һанлы көйәрмәне дәрт өҫтәйме, командабыҙ өйҙә боҙ сәсрәтеп уйнай тиһәң, дөрөҫлөккә тура килер. Был юлы ла тап шулай булды.
Тәүге осор башланып, Уилсон иҫәпте «сылатты». Әйткәндәй, ул беҙгә күскәндән бирле алты уйында өс гол индереп, үҙенең ҙур мөмкинлеккә эйә уйынсы икәнлеген раҫланы.
Икенсе осорҙа беҙҙекеләр боҙҙа ҡойон уйнаттымы ни: легионерҙарыбыҙ Джошуа Ливо, Александр Хмелевский ҡунаҡтар ҡапҡаһына өс яуапһыҙ шайба индереп, иҫәпте арттырҙы.
Был көн Ливоның иң уңышлы көнө ине, ахыры: өсөнсө осорҙа ул хет-трик яһаны. 31 йәшлек форвард һәр уйын һайын тиерлек үҙен күрһәтеп, 51 мәрәй (31+20) йыйып, КХЛ-дың иң яҡшы бомбардирҙары һәм снайперҙары уҙышында беренселекте бирмәй.
Шулай итеп, «Салауат Юлаев» ошо еңеүе менән Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында йәнә икенсе урынына ҡайтты. Ул 44 уйында 60 мәрәй йыйҙы.
Бөгөн беҙҙекеләр Екатеринбургтың «Автомобилист» егеттәре менән уйнай. Командабыҙҙың үҙ боҙонда һынатмаҫына өмөт ҙур.