Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Января 2025, 07:02

Шәп-шәрә йөрөгән «Ленин»ды биш тәүлеккә ҡулға алғандар

Урамға сығыуы ла ҡурҡыныс була башланы. Яңыраҡ Өфө урамы буйлап бер ир яланғас көйөнсә йүгереп йөрөгәйне!

Шәп-шәрә йөрөгән «Ленин»ды  биш тәүлеккә ҡулға алғандарШәп-шәрә йөрөгән «Ленин»ды  биш тәүлеккә ҡулға алғандар
Шәп-шәрә йөрөгән «Ленин»ды биш тәүлеккә ҡулға алғандар

Ҡайҙа ғына булмағайны ул: аҙыҡ-түлек магазинында, «Ультра», «Ирәмәл» сауҙа үҙәктәрендә лә.  Йорт подъезына инергә маташып, үҙен Владимир Ильич Ленин булыуына ышандырырға ла тырышып, ДНК-һын тикшерергә лә тәҡдим иткәйне.

Шәп-шәрә йүгереп йөрөгән 37 йәшлек ир  ваҡ хулиганлыҡ статьяһы буйынса яуаплылыҡҡа тарттырылып, биш тәүлеккә ултыртылған. Өфө ҡалаһының Киров районы суды шулай хәл иткән. «Ленин»  үҙ ғәйебен таныған, яланғас йөрөүе өсөн үкенеүен дә белдергән.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас