Әгәр БПЛА һөжүме ваҡытында бинала булһағыҙ, аҫҡы ҡаттарға, подвалға йәки паркингҡа төшөү зарур. Лифт ҡулланмағыҙ. Фатирҙа булғанда тәҙрәһеҙ, стеналары булған урын табырға кәрәк, был, ҡағиҙә булараҡ, йыуыныу бүлмәһе. Иҙәнгә ултырығыҙ һәм тәҙрәләргә яҡын бармағыҙ.
Әгәр урамда булһағыҙ, яҡындағы бинала, ер аҫты үткәүелендә йәки паркингта йәшенеү урыны табығыҙ. Әгәр транспортта йөрөһәгеҙ, унан сығырға кәрәк.
БПЛА–ны һәм уның өлөштәрен тапҡанда бер нимәһенә лә теймәгеҙ, ул тирәнән китегеҙ. Табылдыҡ тураһында 112 телефоны аша хәбәр итергә кәрәк.