Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Января 2025, 05:28

Шок! Элекке ҡыҙының яңы егетен үлтергән һәм кәүҙәһен сапҡылаған...

Өфөлә вәхшиҙәрсә енәйәт булған. Бер ир элекке ҡыҙының егетен үлтереп, кәүҙәһен тураҡлап урманға алып барып ташлаған...Тулыраҡ сайтта

Шок! Элекке ҡыҙының яңы егетен үлтергән һәм кәүҙәһен сапҡылаған...Шок! Элекке ҡыҙының яңы егетен үлтергән һәм кәүҙәһен сапҡылаған...
Шок! Элекке ҡыҙының яңы егетен үлтергән һәм кәүҙәһен сапҡылаған...

 36 йәшлек Владислав (фотола) 27 декабрҙә эҙһеҙ юғалған булған. Уның игеҙәк һеңлеһе шунда уҡ бының турала барыһына ла хәбәр иткән. Әммә ағаһының ҡайҙалығын оҙаҡ ҡына асыҡлай алмайҙар. Камераларҙа ла күренмәгән.

Бер нисә көн элек кенә юғалған кешенең Наталья исемле яңы ҡыҙы барлыҡҡа килеүе асыҡлана. Унан һорау алалар, аҙаҡтан уның менән элек йөрөгән 36 йәшлек Владислав Локотошҡа ла хоҡуҡ һаҡлаусылар килә. Ир шунда уҡ тиерлек барыһын да һөйләп бирә. Ул элекке ҡыҙына ҡарата хистәрен еңеп сыға алмауын таный һәм осраҡлы рәүештә дәғүәсеһен үлтерә. Ә енәйәт эҙҙәрен йәшереү өсөн, уның кәүҙәһен тураҡлап, пакеттарға бүлгән һәм яҡындағы урманда йәшереп ҡалдырған.

Ирҙе ҡулға алғандар.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас