Төп темаһы - 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек тураһында ине.
Бынан тыш, ултырышта Ватанды һаҡлауҙа һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, Рәсәй Федерацияһының «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» маҡтаулы исемен биреү, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ярҙам итеү дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләшеү булды. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлау мәсьәләләре ҡуҙғатылды.