Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2025, 12:05

Ирекмәндәр ышаныслы тыл булдыра

Илебеҙ өсөн яуаплы мәлдәрҙә ҡул ҡаушырып ултырыу, бер нәмә лә булмағандай күңел асыуҙар енәйәткә тиңдер ул. Шөкөр, Башҡортостаныбыҙҙың һәр төбәгендә ирекмәндәр бихисап, төрлө ойошмалар булдырылған. Һәр береһе оло ихласлыҡ менән яугирҙәргә төрлө кимәл ярҙам күрһәтә.

Ирекмәндәр ышаныслы тыл булдыраИрекмәндәр ышаныслы тыл булдыра
Ирекмәндәр ышаныслы тыл булдыра

Күгәрсен районында ла ирекмәндәр эше әүҙем. Мәҫәлән, 2022 йылдың декабрендә Волостновка мәктәбе директоры Рәсимә Варнавская "Бәхет бар" ирекмәндәр хәрәкәте ойоштора. Маҡсаты – бар ауыл халҡы көсө менән алғы һыҙыҡтағыларға ышаныслы тыл булдырыу.
Был хәрәкәттең төп эше - маскировкалаусы селтәр үреү. Ике йыл эсендә 59 селтәр үрелгән. Бәләкәй генә ауыл өсөн шәп күрһәткес ул! Тағы ла йөҙ парҙан ашыу йөн ойоҡбаш бәйләгәндәр, бихисап посылкалар ебәргәндәр. "Һалдатҡа хат" акцияһы сиктәрендә уҡыусылар фронтҡа хаттар яҙа.
"Әлеге ваҡытта Волостновка ауылынан ете ир-ат МХО биләмәһендә. Улар ялға ҡайтһа, мәктәптә осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Уҡыусылар яугирҙәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирә. Улар, үҙ сиратында, балаларға терәк булыуҙары өсөн рәхмәт әйтә, – тип һөйләне мәктәп директоры Рәсимә Фирғәт ҡыҙы. – Ирекмәндәр хәрәкәтенә бар ауыл ҡушылды. Бигерәк тә Әнисә Бикбова, Рәмилә Әбдрәхимова, Венера Ишкилдина, Сания Юскаева, Мария Кувайцева, Татьяна Гордонова, Әлфиә Юскаева, Рәйлә Йосопова, Наталья Гордонова, Ольга Коберняк Валентина Поликарпова, Гөлнур Әхмәрова, Надежда Агарковаларҙы билдәләп үтер инем. Бөйөк Ватан һуғышы балалары Пелогея Варнавская (86 йәш) һәм Римма Гудкова (84 йәш) барыбыҙға ла үрнәк. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан бер ҡасан да ситтә ҡалмайҙар".
"Бәхет бар" ирекмәндәр хәрәкәтенең изге эштәре Күгәрсен районы хакимиәтенең Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Дәртле, үтә яуаплы, эшһөйәр Рәсимә Варнавскаяның хеҙмәтен баһалап бөткөһөҙ. Уға "Халыҡ фронты. Барыһы ла еңеү өсөн!" күкрәк билдәһе тапшырылған.  Еңеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән ирекмәндәргә сикһеҙ рәхмәт!

Ирекмәндәр ышаныслы тыл булдыра
Ирекмәндәр ышаныслы тыл булдыра
Ирекмәндәр ышаныслы тыл булдыра
Ирекмәндәр ышаныслы тыл булдыра
Ирекмәндәр ышаныслы тыл булдыра
Ирекмәндәр ышаныслы тыл булдыра
Ирекмәндәр ышаныслы тыл булдыра
Автор:Гүзәл Бикмәтова
Читайте нас