Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2025, 05:55

Торатауҙа ат сабышы үткән

Тамашанан фотоларҙы ҡарайыҡ. Нисек уҙғаны тураһында - сайтта ⏬

Торатауҙа ат сабышы үткәнТоратауҙа ат сабышы үткән
Торатауҙа ат сабышы үткән

Изге тау Торатау итәгендә ат сабышы буйынса ярыштар уңышлы үткән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров соцселтәр сәхифәләрендә хәбәр итеүенсә, турнирҙы уҙғарыу идеяһы менән Ишембай районы халҡы сығыш яһаған. Был тәҡдим менән улар геопарк етәкселегенә мөрәжәғәт иткән.

«Торатауҙа ат сабышы» асыҡ турнирына Башҡортостан һәм Татарстандан  профессионалдар һәм ат спортын яратыусылар, бөтә республиканан 5 мең самаһы тамашасы килгән. Турнир программаһында ат сабышы, атлы сана экипаждары заезы, ат спортының башҡорт милли төрҙәрендә ярыш, уҡ атыу ҙа булған.

„Торатауҙа ат сабыштары" беҙҙең тағы ла бер изге йолаға әүерелер, күберәк кешеләрҙе йыйыр, тип ышанам. Республикала ваҡиғалар туризмы әүҙем үҫешә, был дөрөҫ һәм яҡшы», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алған үҙ посында Радий Хәбиров.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас