Был эшһеҙҙәргә, декреттағы ҡатын-ҡыҙҙарға һәм квалификацияһын үҙгәртергә теләгән башҡаларға ҡағыла. Йыл һайын бындай мөмкинлеккә эйә булған кешеләрҙең исемлеге киңәйә.
Уҡытыу 30-ға яҡын йүнәлеш буйынса алып барыла. Бер кешенең уҡыуына уртаса субсидия күләме 60 мең һум самаһы тәшкил итте.
Иң популяр һөнәрҙәр араһында мәғлүмәт аналитигы, психолог-консультант, маркетплейс буйынса менеджер, тегеү ҡорамалдары операторы, мәғлүмәт ресурстары һәм социаль селтәрҙәр буйынса белгес һөнәрҙәре бар.
Оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары ғына «Демография» милли проекты аша федераль бюджеттан 87 миллион һум аҡса йәлеп иткән.