Оҙайлы Яңы йыл каникулынан һуң, мәктәп уҡыусыларының республика олимпиадаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара бәйгеһе менән башланды. Уның муниципаль этабында VII – XI кластан 3 470 уҡыусы ҡатнашһа, төбәк-ара этабына IX – XI кластан 316 уҡыусы саҡырылды. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында ике көн дауам иткән бәйгелә күрше төбәктәрҙән – Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан да телһөйәр, илһөйәр милләттәштәребеҙ көсөн һынаны. Төбәк-ара олимпиада туған телебеҙҙең мәртәбәһен күтәреү, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен төплө белгән һәләтле балаларҙы асыҡлау, үҫеп килеүсе быуында туған телебеҙгә һөйөү уятыу, маҡсатында уҙғарыла. Ул быйыл республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты, Өфө фән һәм технологиялар һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеттары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан утыҙ туғыҙынсы тапҡыр ойошторолдо. Олимпиада, йылдағыса, линияларға бүлеп үткәрелде. Тәүгеһенә – уҡытыу башҡорт телендә алып барылған милли мәктәп, гимназия, лицейҙарҙа уҡыған телһөйәр балалар, икенсе линияға – башҡорт телен туған тел булараҡ уҡығандар, өсөнсөһөнә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ башлап һәм уны дауам итеп өйрәнеүсе телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар ҡарай. Улар өс турҙа һынау тотто: башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса викторина һәм тест һорауҙарына яуап бирҙе, текст буйынса лексик-грамматик эш башҡарҙы, телде белеү оҫталығын күрһәтте. Еңеүселәр һәм призёрҙар бөгөн Ҡала мәҙәниәт һарайында иғлан ителде. Улар тураһында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.