– "Митруха", махсус хәрби операция зонаһына юлығыҙ нисек башланды?
– Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс тә миңә повестка килде. Бер икеләнеүһеҙ военкоматҡа барҙым һәм хәрби хеҙмәткә юлландым.
– Әлеге мәлдә һеҙ ҡайһы йүнәлештә?
– Бына ике йыл ДНР, Донбасс ерен яуызлыҡтан, ҡара көстән таҙартабыҙ. Элек Авдеевка, ә хәҙер Покровка йүнәлеше тип атала. Эйе, беҙҙең артиллерия подразделениеһына ҡуйылған маҡсаттар еңел түгел, әммә беҙ көслө. Миссиябыҙ изге, һәр аҙымыбыҙ яҡты киләсәкте яҡынайта.
– Урындағы халыҡ менән аралашырға тура киләлер...
– Эйе. (һағышланды) Әлбиттә, аралашабыҙ. Халыҡҡа бик ауыр. Ашарҙарына етмәһә, ризығыбыҙ менән дә уртаҡлашабыҙ, мөмкин тиклем көнитмешен еңеләйтергә тырышабыҙ. Улар ҙа хәрбиҙәргә терәк-таяныс. Урындағы халыҡ беҙгә, Еңеүгә ныҡ өмөтләнә, ышана, көтә.
– Кисергән ауыр ваҡиға?
– Иң ҡыйыны – "Хаймерс" кеүек дошман ракеталарының тыныс халыҡҡа тоҫҡап атылыуы. Хәрбиҙәр бер ҡасан да ҙур ҡалалар эсендә булмай, халыҡты тәьмин итеүсе бәләкәй төркөмдәр генә бар. Беҙҙең подразделениелар урман-яландарҙа урынлашҡан. Ҡала эсендә бер ниндәй ҙә хәрби мишень юҡ. Вәхшиҙәр күрәләтә тороп урындағы халыҡты ҡыра. Ошо күренеш иң ауыры...
– Күңелегеҙҙе нимә йылыта?
– Илебеҙҙән килгән йылы хәбәрҙәр, гуманитар ярҙам. Беҙҙә ике армия бар: береһе МХО биләмәһендә булһа, икенсеһе – арҡабыҙҙы һаҡлаған тыл. Ике йыл эсендә тыуған Башҡортостаныбыҙҙан бик ҙур ярҙам ҡабул иттек. Маскировкалаусы селтәр, коптер, машина, мотоцикл, аҙыҡ-түлек, кейем һәм башҡалар. Барығыҙға ла рәхмәт! Әлбиттә, һеҙ ҙә Еңеү көнөн яҡынайтаһығыҙ.
– Йәштәргә теләк?
– Бөйөк Рәсәйҙең тарихын белегеҙ. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыу йәшендәге егеттәр мотлаҡ әрмегә барһын. Был бик мөһим.
– Сәләмдәр булырмы?
– Әлбиттә! Тыуған Әлшәйемә, Раевка, Шафран, Никифар һәм башҡа эргәләге ауылдарға ҡайнар сәләм! Барығыҙҙы ла яратам, ҡосаҡлайым! Еңеү көнө етеп килә! Тиҙҙән күрешербеҙ!
– Ватанға тоғролоҡ һәм батырлыҡ өсөн сикһеҙ рәхмәт белдерәбеҙ!