Быйманы данлау һәм маҡтау өсөн ауыл халҡы мәҙәниәт йорто алдына йыйылды.
– Сараға килеүселәр ике командаға бүленеп, төрлө конкурс-ярыштарҙа ҡатнашты. "Ҡар бөртөктәре" һәм "Алға" командалары "Быйма бәреү", "Быйма тапшыр", "Ҡулға быйма кейеп атлау", " Сәпкә-быйма", "Быйма аша һикереү", "Ат сабыштырыу", "Быйма менән оҫта бейеүсе" уйындарында көс һынашты. Көсөргәнешле ярышта "Ҡар бөртөктәре" командаһы еңеүсе тип табылды.
Быйма байрамында ниндәй генә быймалар юҡ ине: 40 йыл тарихы булған һәм ҡомартҡы, тишекле, төпләнгән йәки ямалған, ҡыҫҡа һәм оҙон ҡуныслы , сувенир быймалар ҙа булды.
Баһалама ағзалары бик көсөргәнешле бәхәсләшкәндән һуң,номинацияларҙа түбәндәгеләрҙе билдәләне:
"Тарихлы быйма" - Гөлбану апай Иҙрисова ( 40 йылдан ашыу тарихы булған быйма менән таныштырҙы);
"Иң матур биҙәлгән быйма" - Асия апай Мырҙабаева, Зөләйха апай Кинйәбулатова; "Иң ҙур быйма" - Минибикә апай Мырҙабаева; "Иң бәләкәй быйма" – Айзилә Кәримова; "Быйма тураһында таҡмаҡ сығарыусы" - Асия апай Мырҙабаева; "Быйма кейеп, етеҙ бейеүселәр" - Асия Мырҙабаева һәм Минибикә апай Мырҙабаева.
Ҡатнашыусылар барыһыла йырлап- бейеп, биҙәлгән быймаларын яҡлап, иҫтәлеккә бүләктәр алып таралыштылар.
Байрам сараһы барыһының да күңеленә хуш килде.
Түбән остан берәү килә
Аяҡтарында быйма.
Беҙҙә ҡыштар һыуыҡ була
Быймаңды ташлап ҡуйма, – тип хәбәр итә Ибрай ауылы моделле китапханаһының китапханасыһы Сәүиә Ҡолмөхәмәтова.
Фото: Т. АМАНОВ.