Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Января 2025, 05:15

Яҡшы тәнҡит алтынға бәрәбәр йәки уҡытыусы Дамир Мәзитовтың уңыш сере

"...Технология дәресе булған көн байрамға әйләнә, улым мәктәпкә йүгереп сығып китә. Ағастан ниндәй генә әйбер эшләмәйҙәр! 3D-моделләштереүгә, хатта дрон менән идара итергә лә өйрәнәләр", – тип һөйләне танышым, Күгәрсен районының Мораҡ ауылындағы 1-се мәктәптә технологиянан уҡытҡан Дамир Мәзитов хаҡында.

Яҡшы тәнҡит алтынға бәрәбәр йәки уҡытыусы Дамир Мәзитовтың уңыш сереЯҡшы тәнҡит алтынға бәрәбәр йәки уҡытыусы Дамир Мәзитовтың уңыш сере
Яҡшы тәнҡит алтынға бәрәбәр йәки уҡытыусы Дамир Мәзитовтың уңыш сере

Әлбиттә, бындай уҡытыусы менән яҡындан танышҡы килде. Дамир Әмир улы Мораҡ ауылында тыуып-үҫкән. Уҡытыусылар династияһынан булһа ла, тәүҙә электромонтер һөнәрен һайлай. 2006 йылда педагог-логопед булып эшләүсе Дилә Мөхәмәтнур ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Улар Алһыу, Дилбәр, Диләрә исемле ҡыҙҙарға ғүмер бүләк иткән.
Дамир Әмир улынан, уҡытыусы булыу теләге һеҙҙә ҡасандан барлыҡҡа килде, тигән һорауға, уның тормош иптәше Дилә Мөхәмәтнур ҡыҙы көлөп ебәрҙе:
– Мин илһамландырҙым! Беренсе ҡыҙыбыҙ тыуған мәл. Балалар ултырғысы кәрәк. Тик ул ҡыйбат, етешмәйерәк йәшәйбеҙ. Дамир уйланып йөрөнө лә: "үҙем эшләйем", ти. Атайым, туғандарым оҫта балтасылар. Күҙ алдында уймаҡ ҡына ултырғыс тора, эй, һөйөнөп йөрөйөм. Әммә Дамирҙың эшләгән ултырғысы бөтөнләй оҡшаманы, ипһеҙ-яйһыҙ, йышылмаған таҡтаны сөй менән ҡатҡан да сыҡҡан. Ғәрләндем, башҡалар күреп ҡалмаһын, тип был ултырғысты матурларға маташам, үҙем Дамирға һуҡранам. Сәменә ныҡ тейгәнмен, ахыры. Шул мәлдән ағас эшен ныҡлап өйрәнә башланы. Тиҙҙән Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия университетының эшҡыуарлыҡ һәм технология факультетына уҡырға инде. Шул уҡ ваҡытта Мораҡтың 1-се мәктәбенә технология уҡытыусыһы булып эшкә урынлашты.
Дамир Әмир улы мәктәптә ҙур теләктә, дәртләнеп эшкә тотона. Уның бер дәресе икенсеһенә оҡшамаған! Ябай уҡлауҙан алып, быуындары ҡыбырлаған уйынсыҡтар, шыршы биҙәүестәре, йорт-көнкүреш әйберҙәре – барыһын да уҡыусыларына өйрәтә. Уҡытыусы маскировкалаусы селтәрҙәр өсөн таҫмаларҙы ҡырҡа торған станок та эшләгән. Күңеле мәктәптә, балалар янында булған педагог яратҡан шөғөлөнә бар ваҡытын бағышлай. Ата тәрбиәһенән мәхрүмдәр, ҡала фатиры шарттарында үҫкән балаларға эш рәтен ихлас өйрәтә.
Сер түгел, ағас менән булышыу ҙур ғына сығымдар талап итә. Ғәҙәттә, уҡыусылар үҙҙәре килтерергә тейеш. Ә был мәсьәләне уҡытыусы үҙ иңенә алған. "Бикбулат ауылында йәшәгән эшҡыуар Ришат Фәттәхов йүкә таҡтаһы бирә. Уға сикһеҙ рәхмәтлемен!", – ти Дамир Әмир улы.
"Алтын ҡуллы, сабыр, һөнәренә тоғро, һәр саҡ яңы белемгә ынтылған хеҙмәттәшебеҙҙе балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә, коллектив та бик хөрмәт итә, – тип һөйләне уҡытыу - методик эштәр буйынса директор урынбаҫары Гөлсинә Әхмәтйәнова. – Дамир Әмир улы шулай уҡ мәктәп базаһында ойошторолған «Үҫеш нөктәһе» мәғариф үҙәге етәксеһе. Ул 3D-моделләштереү һәм прототиплаштырыу, лего конструкциялары һәм моделдәр эшләү, сәнәғәт кеүек курстар алып бара. Уның уҡыусылары конкурстарҙа һәр саҡ еңеү яулай. Мәҫәлән, "Проект в точке" конкурсында икенсе йыл рәттән беренсе урындарҙы биләйҙәр, "Робопром" фестивалендә эштәре юғары баһаланды".
Дамир Мәзитовтың уҡыусылары республика кимәлендәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа гел лайыҡлы сығыш яһай. Педагог конкурстарға баланың ата-әсәһен дә һәр саҡ йәлеп итә икән. Әлбиттә, бының тәрбиүе әһәмиәте бик ҙур. Эшенең һөҙөмтәлелегенең тағы бер дәлиле – Дамир Әмир улының уҡыусылары техник йүнәлештәге уҡыу йорттарын һайлай икән. Тимәк, пелагог кескәй йөрәктәргә дәрт осҡоно һала белә!
Мәзитовтар Мораҡ ауылының өлгөлө ғаиләләренең береһе. Йәмәғәт тормошонда әүҙемдәр. "Йәрминкәләрҙә тауарҙарыбыҙҙы тәҡдим итәбеҙ. Үҙ тырышлығыбыҙ менән йорт һалып сыҡтыҡ, ундағы барлыҡ йыһаз-ҡорамалдарҙы Дамир үҙ ҡулдары менән эшләне. Ҡыҙҙарыбыҙҙы ла ағас эшенә ылыҡтырабыҙ: улар ир-егеттәр һөнәре тип тормай, таҡтаны эшкәртергә-йышырға өйрәнделәр. Ағастан эшләнгән һауыт-һабаны өйҙә рәхәтләнеп ҡулланабыҙ: был матур ҙа, экологик йәһәттән дә хәүефһеҙ", – тип һөйләне Дилә Мөхәмәтнур ҡыҙы. Өлгөлө ғаилә Өфөлә үткән “Ғаилә ҡиммәттәре” фестивалендә ҡатнашҡанда, Алһыу ағас юныу буйынса мастер-класс күрһәтеп, барыһын да таң ҡалдырған әле.
Дамир Әмир улы кеүек остаздар киләсәккә нигеҙ һала ла инде. Үҙ сиратыбыҙҙа, шундай уҡытыусыларҙың изге хеҙмәтен лайыҡлы баһаларға, рәхмәтле булырға тейешбеҙ.

Яҡшы тәнҡит алтынға бәрәбәр йәки уҡытыусы Дамир Мәзитовтың уңыш сере
Яҡшы тәнҡит алтынға бәрәбәр йәки уҡытыусы Дамир Мәзитовтың уңыш сере
Яҡшы тәнҡит алтынға бәрәбәр йәки уҡытыусы Дамир Мәзитовтың уңыш сере
Яҡшы тәнҡит алтынға бәрәбәр йәки уҡытыусы Дамир Мәзитовтың уңыш сере
Автор:Гүзәл Бикмәтова
Читайте нас