Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ғинуар 2025, 06:30

Изге Рәжәб айын нисек үткәрергә?

Изге Рәжәб айы — Ислам динендә булған дүрт изге айҙың береһе. Пәйғәмбәребеҙ с. ғ. әйткән: «Рәжәб – Аллаһ Тәғәлә, Шәғбан — минеке, Рамаҙан -өммәтемдең айы». Уны мосолмандар Ҡөръән уҡып, көн һайын зикерҙәр әйтеп, нәфел ураҙалар тотоп, нәфел намаҙҙар уҡып, хәйер-саҙаҡалар биреп һәм башҡа изге ғәмәлдәр ҡылып үткәрә. Аллаһ Тәғәлә: «Рәжәп айында мин асыуымды бикләп ҡуйырмын, рәхмәтем ямғыр кеүек яуыр» — тип әйтә.  Ошо мөбәрәк айҙа изге ғәмәл-ғибәҙәттәрегеҙгә әжер-сауап 100 мәртәбә арттырыла.  

Изге Рәжәб айын нисек үткәрергә?Изге Рәжәб айын нисек үткәрергә?
Изге Рәжәб айын нисек үткәрергә?

Башҡа саҡта өйрәнгән һәм уҡыған Ҡөрьәндең бер хәрефенә — ун сауап булһа, тимәк изге айҙарҙа өйрәнгән бер хәрефебеҙгә мең сауап яҙылыуы мөмкин, һәм Рамаҙан айында иһә бер хәрефкә ете меңгә ҡәҙәр өҫтәлә. Бына шулай Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтле изге айҙары.

Бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Кем Рәжәб айында бер көн ураҙа тотһа, мең йыл ураҙа тотҡан кеүек һәм мең ҡол азат иткән кеүек булыр. Кем был айҙа саҙаҡа (изгелек ҡылһа) бирһә, мең динар саҙаҡа биргән кеүек булыр. Һәм Аллаһ Тәғәлә ул кешенең тәнендә булған һәр сәс бөртөгенә меңешәр әжер яҙыр, меңләгән дәрәжәләргә күтәрер, меңләгән гонаһтарын юйыр. Һәм Аллаһ Тәғәлә һәр көн ураҙаһы өсөн һәм һәр биргән саҙаҡаһы өсөн мең хаж һәм мең ғүмрә әжерен яҙып, Әхирәттә ошо бәндәгә меңләгән һарайҙар төҙөр».

Рәжәб айында беҙ нәфел ураҙалары тотабыҙ, саҙаҡалар бирәбеҙ, күңелдәребеҙҙе сафландырабыҙ. Ошо изге айҙарҙа тәүбәгә килеү бик сауаплы була. Сөнки һәр кемдең эшләгән гонаһтары бар, уларҙы иҫкә төшөрөп «Әстәғфируллаааһ» тип күп әйтеп, гонаһтарыбыҙға тәүбә ҡылырға кәрәк. Аллаһ Тәғәлә һәр саҡ тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, сөнки ул Ғәфү итеүсе һәм Рәхимле. Йәш саҡта наҙанлыҡ арҡаһында уҡымай ҡалған намаҙарыбыҙҙы, ҡалған ураҙаларыбыҙҙы ла ошо изге миҙгелдәрҙә үтәү хәйерле, сөнки был – Аллаһ Тәғәләнен рәхмәт айҙары, ғәмәлдәребеҙҙең ҡабул ителә торған сағы.

Әлеге айҙа Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн доғалар күп уҡығыҙ, истиғфар, салауаттар әйтегеҙ.      Мөхәммәт салләллааһү ғәләйһи үә сәлләм әйтеүенән Аллаһ Тәғәлә: «Минең Рәжәб айында берәү ураҙа тотоп, намаҙ уҡып, саҙаҡа биреп, йәтимдәрҙе, меҫкендәрҙе, ауырыуҙарҙы һөйөндөрһә, минән нимә һораһа, үҙенә бирермен, минән тәүбә һораһа, ғәфү итермен. Әй әҙәм балаһы, кемдә кем ошо миҙгелдең уртаһында, бер иртәһен ураҙа тотҡан хәлдә, зикерҙә булһа, ғәүрәтен тейешһеҙҙән һаҡлап, малынан өлөш сығарып, саҙаҡа биргән булһа – уны йәннәт менән бүләкләрмен» — тигән.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас