Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабря 2024, 14:30

Яңы йыл байрамында уйнайыҡ бергәләшеп

«Музыкаль ҡалпаҡ» Табында ултырған барыһы ла ҡатнаша. Йыр башланыу менән рәт буйлап тиҙ генә ҡалпаҡ кейҙереү башлана. Беренсе ултырған  кеше – икенсеһенә, икенсеһе өсөнсөһөнә кейҙерә. Уйын шулай дауам итә. Музыка тынып ҡалғанда баш кейемендә  ултырған кеше оҫталығын күрһәтергә тейеш: йә  шиғыр һөйләй, йә йырлай,  йә бейей һәм башҡалар.

Яңы йыл байрамында уйнайыҡ бергәләшепЯңы йыл байрамында уйнайыҡ бергәләшеп
Яңы йыл байрамында уйнайыҡ бергәләшеп

«Ҡыш бабай эстафетаһы»

Эстафетала ҡатнашыусылар өсөн Яңы йыл темаһына ҡыҙыҡлы эштәр алдан әҙерләнеп, Яңы йыл ҡалпағына һалына. Мәҫәлән, «Әтәс булып ҡысҡырырға», «Шыршыны  уратып дәртле итеп бейергә»,  «Табында ултырған эргәңдәге күршеңдең башынан һыйпарға», «Яңы йыл тураһында йыр йырларға», «Йылан кеүек шыуышып йөрөргә» ... Һәр береһе  берәрҙән  тартып алып, ҡушылған эштәрҙе үтәй.

«Иң-иңе кем?»

Шыршыға тәм-том, бик ҙур булмаған бүләктәр эленә. Фигуралар рәүешендә шоколадтар йәки башҡа тәмле шыршы биҙәүестәре булыуы мөмкин. Һәр бүләккә  кемгә тәғәйенләнеүе тураһында яҙыу беркетелә. Тик яҙмала алыусының исеме түгел, уға хас сифат, холоҡ-фиғел яҙыла. Мәҫәлән: «Был бүләк иң оҙон аяҡлы ҡыҙға», «Бик хулиган ир-егеткә», «Тәне ҡояшҡа янған гүзәлкәйгә», «Һуған яратмаған ир-егеткә»....  Алып барыусы шыршынан алып, берешәрләп уҡый башлай. Табында  ултырыусылар бүләктең кемгә тәғәйенләнгәнен танырға тейеш. Был уйын таныш булмағандарға бер-береһен  яҡындан белергә ярҙам итәсәк.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас