Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабря 2024, 13:00

Яңы йыл байрамында уйнау өсөн уйындар

Үҙегеҙгә оҡшаһа, һаҡлап ҡуйығыҙ. 

Яңы йыл байрамында уйнау өсөн уйындарЯңы йыл байрамында уйнау өсөн уйындар
Яңы йыл байрамында уйнау өсөн уйындар

«Туҡ ковбой»

Ҡатнашыу өсөн ике кеше кәрәк була. Уларҙың кеҫәһенә ике мандарин йәки апельсин  һалына. Уйын башланыуын иғлан итеү менән ҡатнашыусылар уларҙы  тиҙ генә әрсеп, һыйланырға тейеш. Кем тиҙерәк ашап бөтә, шул – еңеүсе.

«Яңы йыл бармены»

Икешәр кешенән торған команда ҡатнаша. Ҡатнашыусыларҙың  береһе  бармен булһа, икенсе уйынсының яулыҡ менән күҙе бәйләнә.   Бармен еләк-емеш ҡушып, коктейль әҙерләй. Күҙе бәйләнгән уйынсылар эсемлек составында нимә барлығын асыҡларға тейеш. Күп еләк-емеште таныған команда еңеүсе тип таныла.

«Яңы йылға йондоҙнамә»

Табында ултырыусыларға ҡағыҙ бите менән ручка таратыла һәм уларға  ҡапыл ғына башына  килгән биш һүҙ яҙыу һорала. Һуңынан һәр уйынсы уң яҡтағы күршеһенең яҙылған ҡағыҙын алып,  ошондағы бөтә һүҙҙе ҡулланып, һул яҡтағы күршеһенә алдағы йылға йондоҙнамә төҙөй. Иң ҡыҙыҡ йондоҙнамә төҙөүсегә бүләк бирелә.

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас