Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабря 2024, 09:00

Уралтау итәгендә

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Уралтау итәгендәУралтау итәгендә
Уралтау итәгендә

Башҡортостан-тыуған ерем,

Урал тау итәгендә,

Һине ташлап тыуған илем,

Килмәй һис китәһем дә.

Борсоламын һинең өсөн,

Берҙән-берем,ил генәм,

Киләсәк быуынға күсһен,

Юғалмаһын тел генәм...

Башҡорт башҡортты ҡайғыртһын,

Булмаһын ярлы-байҙар,

Үҙ халҡыңды яҡламаһаң,

Түрәлектән ни файҙа?

 

Тәбиғәттең хазинаһын,

Юҡ итергә юл ҡуйма,

Кемдер башҡаға өгөтләр,

Һаман байлыҡҡа туймай.

 

Ҡанаттарын һындырмағыҙ,

Осар ыласындарҙың,

Тыуған ерен һаҡлар өсөн,

Талпынған уландарҙың.

Бар бит әле илебеҙҙә,

Янып торған йәш көстәр,

Башҡортостан гөрләп йәшәр-

Киләсәккә өмөттәр!

 

Лариса Ғирфанова 

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас