Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2024, 10:34

Яңы йыл каникулында уйнап ҡарағыҙ

«Миллионыңды ҡотҡар» уйынының  маҡсаты – мутлашыусыларҙың йыш алдағанын белеү.

Яңы йыл каникулында уйнап ҡарағыҙЯңы йыл каникулында уйнап ҡарағыҙ
Яңы йыл каникулында уйнап ҡарағыҙ

Уйын һеҙҙең иҫәбегеҙҙә миллион һум аҡса булыу менән башлана, уны һеҙ үҙ көсөгөҙ менән тупланығыҙ.

Старт майҙанына фишкалар ҡуйығыҙ. Ике кубикты ырғытығыҙ ҙа, фишкаларҙы сәғәт уғы буйынса күсерегеҙ. Кубиктарҙың береһендәге иң ҙур һан аҙымдар һанын белдерә. Мәҫәлән, 5 һәм 3 тура килһә, 5 шаҡмаҡҡа йөрөйһөгөҙ. Туҡтаған урында ҡуйылған шартты үтәгеҙ. Юлда һеҙҙе күңелле бонустар, көндәлек финанс мәсьәләләре, шулай уҡ хәйләкәр мутлашыусылар көтә.

Әгәр ҙә ике кубикта ла бер үк һан сыҡһа, ҡыҙыл майҙанда мутлашыусыларҙың хәйләһенән ҡотолоп ҡалаһығыҙ. Мәҫәлән, тәүге тапҡыр кубиктарҙы ташлағанда 5 һәм 3 сыҡты, ти. Тимәк, 5 аҙым яһайһығыҙ ҙа, «Банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте шылтыратты» тигән майҙанға барып эләгәһегеҙ. Бында 1 миллион һум аҡсағыҙҙан 200 меңен алығыҙ. Әгәр ҙә кубикты ырғытҡас, бер үк һан – 5-кә 5 эләкһә, һеҙ аҡсағыҙҙы һаҡлап ҡала алдығыҙ. Аҡсағыҙ күпме ҡалғанын ҡағыҙға яҙып барығыҙ.

Түңәрәк яһап, старт майҙанына килеп еткәс, 100 мең һум аласаҡһығыҙ. Иҫәбендә ыңғай балансы булған йәки аҡсаһын аҙыраҡ юғалтҡан кеше еңеүсе була.

Уйындың  оҙонлоғо: 10 – 30 минут.

Уйынсылар һаны: 2 – 6.

Ике уйын кубигы һәм фишкалар талап ителә.

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас