Ришат Миндияровтың исеме тыуған ауылындағы күпергә бирелгәс
Абдулла менән Ҡараяр
Араһы төҙөк күпер...
Бәрҙәш һыуҙары тәрән,
Кешеләр бында үткер....
Аҫылмалы күпер буйлап
Йүгерешә балалар,
Ике ауыл кешеләре
Бер-беренә баралар!
Үткән һайын уҡый рәхмәт
Тоғро улына халыҡ -
Китһә лә үҙе, өлгөргән
Ауылға күпер һалып.
Изге кешеләрҙең ниңә
Ҡыҫҡа икән ғүмере?
Төҫө булып ауылында
Ҡалған Ришат күпере....
Гөлдәриә Йосопова
Күперҙе асыу тантанаһына Ришат Миндияровтың яҡындары, дуҫтары, ауылдаштары йыйылды. Әйткәндәй, таҡтаташ бушҡа ҡуйылмаған - баштан күперҙе журналистың атаһы эшләгән булған. Тиҫтәләрсә йылдар үткәс йылға аша сығыу урыны туҙғас, Ришат Миндияров ауыл халҡына ярҙам итергә ҡарар иткән булған. Хәҙер күпер уның исемен йөрөтә.