Быйыл ҡыҙымдың балалар баҡсаһындағы төркөмөнә Ҡыш бабай булып билдәле актер Нәғим Нурғәлин килгән. Байрамдан ҡайтҡас, ҡыҙым:
— Атай, әсәй, беҙгә Ҡыш бабай түгел, ә телевизорҙа һандыҡҡа аҡса һанап һалып ултырған ағай килде.
— Ҡайҙан белдең? — тип һорайбыҙ, Нәғим Нурғәлин алып барған “Алтын тирмә” тапшырыуы хаҡында әйтеүен аңлап.
— Тауышын таныным!
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
Юлай Кәримов фотоһы