Сыңғыҙ ауылы халҡы иһә егеттәргә күп күләмдә сәк-сәк, бауырһаҡтар, кипкән ҡорот, йыуыныу кәрәк яраҡтары менән берлектә миңлектәр, Сирғәле һәм Миңзәлә Мөстәҡимовтар ғаиләһе ит һәм ҡаҙы, Буранбай ауылынан шәхси эшҡыуарҙар Азамат һәм Гөлгөнә Ғөбәйҙуллиндар бер ҡумта һалма (бишбармаҡ) тапшырҙы. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Изге эштәрегеҙҙең сауаптары насип булһын.Яугирҙәребеҙгә беҙҙең йылы әйберҙәребеҙ менән бергә изге теләк, доғаларыбыҙ ҙа барып етһен.
Илебеҙгә тыныслыҡ килеп, яугирҙәр имен-һау ҡайтып, тыныс тормошта бәхетле йәшәргә яҙһын, тигән теләктә ауылдаштар.