Республиканың төрлө ҡала-райондарынан килгән һәләтле, ижади, өлгөлө ғаиләләрҙе “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова һәм республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова тәбрикләне.
Еңеүселәр араһында Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһенән Гөлсәсәк менән Руслан Мөлөковтар — "Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә", Салауат районынан Карина менән Илдар Мәмлиевтәр — "Йәш ғаилә", Мәсетле районынан биш бала тәрбиәләүсе Лира менән Әсләм Хәфизовтар — "Алтын ғаилә", Күмертау ҡалаһынан туғыҙ бала тәрбиәләүсе Альбина менән Александр Корниловтар — "Күп балалы ғаилә", Благовар районынан Гөлнара менән Альберт Яҡуповтар "Ауыл ғаиләһе" номинацияларында еңеүселәр тип билдәләнде. Өфө ҡалаһынан Лилиә менән Флорид Ғәйнетдиновтар Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Балалар Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу менән аралашты, бүләк алды, рәхәтләнеп спектакль ҡараны.
Биш балаға ғүмер бүләк итеүсе Лира һәм Әсләм Хәфизовтарҙан йәштәргә биш алтын кәңәш биреүен һораныҡ. Бына улар:
Беренсенән, ғаилә ҡороуҙан ҡурҡырға ярамай. Парлы – пар ҡанатлы була. Икенсенән, ғаилә ҡорғас, ауырлыҡтарға һылтанып, бала табыуҙы кисектереү дөрөҫ түгел. Өсөнсөнән, күп бала табыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. Һәр бала үҙ ризығы менән донъяға килә, дәүләтебеҙ һәр яҡтан ныҡлы ярҙам итә. Дүртенсенән, бала – ата-әсә үрнәгендә тәрбиләнә. Белемле, иманлы, тәүфиҡле итеп үҫтереү баланың бәхетле киләсәгенә нигеҙ һала. Бишенсе кәңәш – балаларға бәхетле бала саҡ бүләк итеү, матур хәтирәләр булдырыу. Мәҫәлән, ғаилә менән ял итеү, урман-йылға буйҙарына сығып аралашыу, бергәләшеп сәйәхәт итеү. Шундай мәлдәр бала күңеленә уйыла, бәхетле хәтирәләр уны ғүмер буйы йылытасаҡ.
Мәсетле районының Һөләймән ауылында тамырланған, 37 йыл иңгә-иң терәшеп йәшәгән Лира һәм Әсләм Хәфизовтарҙың һоҡланғыс ғаиләһе хаҡында киләһе һандарҙа уҡырһығыҙ.
Александр КОРОЛЁВ фотоһы.