Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь , 09:45

Яңы милли проект - “Йәшәү өсөн инфраструктура”!

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты (нацпроект “Инфраструктура для жизни”) 2025 йылдан старт аласаҡ Ул үҙенә 12 федераль проектты индерә.

Яңы милли проект - “Йәшәү өсөн инфраструктура”!
Яңы милли проект - “Йәшәү өсөн инфраструктура”!

2030 йылға ҡала мөхите сифаты 30 процентҡа күтәреләсәк, 2036 йылда был күрһәткес 60 процентҡа етәсәк. Яҡшыртыу күренеше социаль, торлаҡ-коммуналь, транспорт тармағында күҙәтеләсәк.

- Республикала 62 тораҡ пункттың исемлеге билдәләнгән. Унда Өфө һәм Көньяҡ Урал агломерацияһы ла инә. Проект тормошҡа ашырылыуын баһалау өсөн “Таяу тораҡ пункттарҙа йәшәү өсөн мөхит сифатын яҡшыртыу” интеграль күрһәткесе ҡулланыла. Был алым “Йәшәү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит” милли маҡсат ҡаҙанышын мониторингылау маҡсатында булдырыла, - тине Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: