Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь , 13:27

Һырғалаҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

Һырғалаҡҡа барыр алдынан конькиҙарҙың төҙөклөгөн тикшерергә кәрәк – улар үткер булырға тейеш. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре башҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрә.

Һырғалаҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре
Һырғалаҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

 

 

▫ Конькиҙар үлсәм буйынса һайланырға тейеш – ул аяҡты ҡыҫып торорға йәки артыҡ ҙур булырға тейеш түгел.

 

▫ Конькиҙың йылыһын йәки йылы ойоҡбаш менән кейерлеген һайлағыҙ.

 

▫ Конькиҙың бауҙарын мөмкин тиклем нығыраҡ бәйләргә кәрәк.

 

▫ Йылы, еңел һәм иркен кейем кейегеҙ, шулай уҡ бирсәткә йәки бейәләй онотмағыҙ.

 

▫ 12 йәшкә тиклемге балалар өлкәндәр менән бергә генә шыуырға тейеш.

 

▫ Әгәр боҙҙа ышанысһыҙ шыуһағыҙ, һаҡланыу саралары – шлем, терһәкте, тубыҡты һаҡларлыҡ әйберҙәр ҡулланығыҙ.

 

▫ ️ Боҙға киҫкен хәрәкәт эшләмәй генә бортҡа тотоноп сығығыҙ.

 

▫ Ҙур тиҙлектә шыумағыҙ һәм башҡа кешеләр менән дистанция һаҡлағыҙ.

 

▫ Йығылһағыҙ, мөмкин тиклем тиҙерәк торорға тырышығыҙ. Әгәр тора алмаһағыҙ, ярҙам һорап мөрәжәғәт итегеҙ.

 


❌ Һырғалаҡта нимә эшләргә ярамай?

 

⚪ Йүгерергә, һикерергә, этешергә, сүп-сар ташларға

 

⚪ Боҙҙағы кешеләр ағымына ҡаршы шыуырға

 

⚪ Боҙҙо боҙорға: уны коньки йәки башҡа әйберҙәр менән соҡорға, теләһә ниндәй әйберҙәр ташларға, шыйыҡса ҡойорға, ниндәй ҙә булһа матдәләр һибергә

 

⚪ Боҙға хайуандар менән сығырға

 

⚪ Шартлағыс һәм еңел янып китә торған матдәләр (шул иҫәптән пиротехника) ҡулланырға

 

⚪ Тәмәке тартырға һәм иҫерек килеш килергә.

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: