Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь , 11:34

"Рәсәйҙең милли проекттары" - иң таныулы брендтарҙың береһе!

Социолгтар фекеренсә, ул һуңғы өс йыл өсөндә илдә ныҡ таралды һәм таныу кимәле лә артҡан.

"Рәсәйҙең  милли проекттары" - иң таныулы брендтарҙың береһе!
"Рәсәйҙең милли проекттары" - иң таныулы брендтарҙың береһе!

Ноябрь-декабрь айҙарында «Милли өҫтөнлөктәр» АНО-һы һәм IFORS тикшереү үткәргән. Улар күрһәтеүенсә, илебеҙ граждандары араһында Рәсәйҙең милли проекттарын белеүҙең дөйөм күрһәткесе 91 процентҡа еткән.

Брендтың визуаль танылыуы (милли проекттарҙың бер генә логотибын да күргәндәр) өс йыл эсендә 48% - тан 60% - ҡа тиклем артҡан. Халыҡтың күпселеге «Рәсәйҙең милли проекттары» һүҙбәйләнешен ишетеп белә (88%).

«Һаулыҡ Һаҡлау» милли проекты танылыу буйынса лидер булып ҡала. Рәсәй кешеләренең 76 проценты уның тормошҡа ашырылыуы тураһында белә йәки ишетә, ә һорау алыныусыларҙың 98 проценты алдағы биш йылда был милли проектты тормошҡа ашырыуҙы дауам итергә кәрәк тип иҫәпләй.

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: