Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь , 07:30

Изге йома мөбәрәк булһын!

✅Аллаһы Тәғәлә Үҙе биргәндәренә шөкөр итә белгәндәргә мәрхәмәт-шәфәғәтен арттырып торорға вәғәҙә итә: "Раббыбыҙ беҙгә:" Шөкөр итә белһәгеҙ, мин һеҙгә мәрхәмәт-шәфәғәттәремде лә арттырып ебәрәсәкмен. Әгәр ҙә инде, шөкөр итә белмәһәгеҙ, минең бит язаларым да алыҫта йөрөмәҫ", — ти ("Ибраһим" сүрәһе, 7-се аят). ✅ "Әҙәм балаһына бер ҡасан да зыян килтермәй торған өс нәмә бар, — тигән имам Садыҡ, - ауырлыҡ килгән саҡтарҙа ла намаҙҙан айырылмау, ҡылған гонаһтарың өсөн ғәфү үтенә белеү, тормошоңа еңеллек килгәндә шөкөр итә белеү".

Изге йома мөбәрәк булһын!
Изге йома мөбәрәк булһын!
✅ "Шөкөр итеүҙең иң олоһо - хәрәмдән тыйыла белеү һәм" Әлхәмдүлилләһи Раббил ғәләмин" тип әйтеп кенә тороу", - тигән ул.
Һәр беребеҙгә Аллаһы Тәғәлә ризалығында, Раббыбыҙ биргән барлыҡ ниғмәттәргә шөкөр итеп йәшәргә яҙһын, ул беҙҙе үҙенең рәхмәтенән һәм мәрхәмәтенән ташламаһын. Һәр ғәмәлебеҙгә , эшебеҙгә еңеллек бирһен, ике донъя бәхете, хәйерле, бәрәкәтле, иманлы ғүмер насип итһен. Донъялар тынысланып, махсус хәрби операцияла йөрөгән ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын ин шәә Аллаһ🤲🤲🤲.
 
Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: