Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь , 18:00

Вирустарҙан һәм инфекциянан нисек һаҡланырға?

Фәғилә ҠОТЛОҒУЖИНА – 30 йылға яҡын хеҙмәт стажы булған тәжрибәле табип.  2009 йылдан алып Өфө ҡалаһындағы Республика клиник инфекция дауаханаһында бүлек мөдире булып эшләй. Уның исеме бөтә Башҡортостанға билдәле. Иң ҡаты ауырыуҙарҙы дауалау өсөн дә, бик ҡатмарлы хәл килеп тыуғанда ла тап уға мөрәжәғәт итәләр.   Юғары категориялы табиптың инфекция ауырыуҙары тураһында уртаҡлашыр фекерҙәре лә,  халыҡҡа еткерер кәңәштәре лә күп.

Вирустарҙан һәм инфекциянан нисек һаҡланырға?
Вирустарҙан һәм инфекциянан нисек һаҡланырға?

 

     — Фәғилә Ғаяз ҡыҙы, табип һөнәрен һайлауығыҙҙың сере нимәлә? Нәҫелегеҙҙә табиптар бармы? Ата-әсәйегеҙ һөнәре буйынса кем?

     — Учалы районының Ҡотой ауылында тыуып үҫтем. Ата-әсәйем – ябай ауыл кешеләре. Миңә ике йәш кенә булғанда атайым мәрхүм булып ҡалған. Әсәйем бер үҙе ете баланы тәрбиәләп үҫтергән.  Нәҫелебеҙгә килгәндә, атайымдың бер туған ҡустыһы хәрби табип булған.   

 Минең табип һөнәрен һайлауыма Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла уҡыуым  ( унда  7-се класҡа килгәйнем)  һәм унда медицина кластары асылып, шул класҡа  эләгеүем сәбәпсе булғандыр. 11-се синыфты тамамлағас,   Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға индем.  Дауалау факультетын  бөтөргәндән һуң,  ике йыл интернатурала уҡыным. Шунан алып  хәҙер инде 27 йыл Республика клиник инфекция дауаханаһында    эшләйем.   

     — Ни өсөн медицинаның тап ошо йүнәлешен һайларға ҡарар иттегеҙ?

     — Тәүҙә был дауаханаға терапевт булараҡ эшкә килдем.  Ай ярым эшләгән ваҡытта миңә инфекция йүнәлеше оҡшап ҡалды. Нимәһе менән, тиһегеҙме? Дауаханаға киҫкен сирҙәр менән сирләгән кеше ауыр хәлдә килә лә,    бер нисә көндә һауығып сығып китә. Һөҙөмтә күҙ алдында. Терапияла иһә  күберәк хроник сирлеләр менән эшләргә тура килә. Уларҙы дауалаһың-дауалайһың, ә сир  бөтмәй.

      — Әлеге ваҡытта инфекция ауырыуҙары күп күҙәтеләме? Бер ваҡыт ҡыҙылса тарала башлаған, тигән һүҙ йөрөгәйне...

      — Хәҙерге көндә инфекция үҙгәрҙе. Нисектер ковидҡа тиклем инфекциялар бер төрлө була торғайны. Бер үк сирҙәр, бер үк инфекциялар ҡабатланды, хатта  бер төрлөлөк ялҡыта  башлағайны.  Шунан ковид башланып китте һәм һәр саҡ йыш осраған  ашҡаҙан-эсәк инфекциялары ҡайҙалыр юҡ булды.  Ул билдәле факт: бер вирус өҫтөнлөк итһә, ҡалғандары   баҫылып ҡала.   Вирустар бик үҙгәреүсән,  уларҙың төрлө мутацияһы барлыҡҡа килә.  Мәҫәлән, уларҙың берәйһе кешеләр араһында таралып,   хәл бер аҙ тотороҡланһа, яңы мутация пәйҙә була. Йә киҙеүҙең бер төрө, йә ковид тигәндәй...  Инфекция  нисектер тулҡын-тулҡын булып килә. Бер ваҡыт, ысынлап та, инде күптән бөттө тигән ҡыҙылса тарала башланы.  Хәҙер ул юҡ, баҫылды.  Һуңғы  ике йылда балалар араһында  коклюш  менән  сирләүселәр күбәйҙе.  Ҡайһы бер илдәрҙә  коклюшҡа ҡаршы вакцина эшләтмәйҙәр. Һөҙөмтәлә,   төрлө илдән килгән  мигранттарҙан беҙҙең балаларға  был сир йоға.       

      — Инфекция үҙгәреп тора тинегеҙ, ә беҙҙең медицина ошо үҙгәрештәргә әҙерме?

      — Әҙер, тип әйтергә мөмкин. Инфекция буйынса, ғөмүмән алғанда, беҙ тиҙ генә сараһын күрергә  тейешбеҙ. Айырыуса ҡурҡыныс булғандарына  ҡарата. Бындай инфекциялар тиҙ таралыуы һәм ҙур биләмәне биләп алыуы менән хәүефле. Шуның өсөн  инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн һәр ваҡыт әҙер генә торабыҙ: дауаханала махсус бригадалар бар.  Ниндәйҙер инфекция ил сиген үтеп, илебеҙҙә таралыу ҡурҡынысы бар икән, был бригадалар оператив рәүештә эш итә.  Йыл әйләнәһенә   уҡыуҙар үткәрелә, бынан тыш,  кафедра, дауахана беҙҙе әҙерләй.

     — Инфекция күберәк сит илдән тараламы?

     — Төрлөсә була, беҙҙең мөхиткә хас сирҙәр ҙә, сит илдән килеп ингәндәре лә бар.  Хәҙер  туризм көслө бит. Кешеләр Африка Урта Азия илдәренә сәйәхәт итә.  Бына шул илдәрҙән төрлө инфекция алып ҡайталар ҙа инде. 

     — Йәшелсә-емеш сит илдәрҙән күп алына. Уларҙа ла инфекция булалыр?

     – Энтеровирус инфекцияһы беҙҙә йыш ҡына сит илдәрҙән килгән йәшелсә-емеш аша тарала. Быға юл ҡуймаҫ өсөн уларҙы яҡшы итеп йыуырға кәрәк. Ғәҙәттә, микроб йәшелсә-емештең тышында була, шунлыҡтан уларҙы йыумайынса бөтөнләй ашарға ярамай. Инфекция, ғөмүмән, гигиена менән бәйле.  Ковид ваҡытында кешеләр ҡулдарын йыуырға өйрәнеп ҡалды. Шул осорҙа ашҡаҙан-эсәк инфекцияһының да  кәмеүе күҙәтелде.

    — Иң ҡурҡыныс инфекция ауырыуҙары тип ниндәй сирҙәрҙе әйтә алаһығыҙ? Улар нимәһе менән хәүефле?

    —  Балаларҙа  күҙәтелгән   менингококк инфекцияһы – бик ҡурҡыныс сир. Ул   бик ауыр үтә, ныҡ ҡаты өҙөклөктәргә килтерә, хатта бер нисә сәғәт эсендә баланы юғалтырға мөмкин.   Был инфекция бактериянан тарала һәм баш мейеһен зарарлай.  Ул шуныһы менән бигерәк тә хәүефле:  тапа-таҙа, һау-сәләмәт балаларға зыян килтерә. Билдәле булыуынса, бындай балаларҙың  иммунитеты көслө була. Иммунитет  көслө булыу һөҙөмтәһендә  организмға  килеп ингән бактерияға ҡаршы ныҡ көслө реакция барлыҡҡа килә.  Иммунитет уны баҫырға тырышып, ныҡ ҡаршылаша һәм кешенең организмында ялҡынһыныу процесы башлана. Был сирҙән прививка бар, уны эшләтергә кәрәк.  Ул –  ныҡ таралмаған, әммә бик ауыр сир.  Өҫтәүенә, ул кешенән-кешегә йоға. Күптәрҙә был бактерия килеп инһә лә, нисектер үҙенән-үҙе баҫыла. Ә кемдәрҙең ҡаршы тороу көсө ныҡ, уларҙа ауырыу көсәйә генә.

     Шулай уҡ йыл да ҡабатланып торған геморрагик биҙгәктең бик ауыр формалары бар. Республика буйынса йыл һайын ошо сирҙән биш-алты кешенең ғүмере өҙөлә. Күп түгел, әммә күптәренең йәш кеше булыуы күңелде әрнетә. Ҡайһылары ваҡытында дауаханаға мөрәжәғәт итмәй,  өйҙә дауаланып, сирҙе аҙҙыра. Ә ҡайһы ваҡытта баштан уҡ сирҙең ауыр формаһы бара. Улар ваҡытында мөрәжәғәт итһә лә, һаҡлап алып ҡалып булмай.  Шулай уҡ кеше организмының үҙәнсәлектәренән дә тора

     — Сысҡан ауырыуы менән ҡайҙа, нисек зарарланырға мөмкин? 

     — Геморрагик биҙгәктең сығанағы булып вирус тора.  Уны сысҡандар йөрөтә. Ҡыр сысҡандары, икенсе төрлө һары сысҡандар, тибеҙ. Кешеләр тәбиғәткә йөрөй башлаған ваҡытта  –  кем баҡсаға, кем ял итергә, кем еләк-емеш йыйырға   барғанда инфекция эләктерә.  Һунарсылар, балыҡсылар, урмансылар бәшмәкселәр күп сирләй.  Кемдәр ошо сысҡандарҙың бүлендектәре булған һауа парҙарын һулай, шулар сирләп китә.  Бигерәк тә ҡоро, саңлы һауа кеше өсөн ныҡ хәүефле. Унда сысҡандың бүлендектәре күп була. Ғалимдар асыҡлауынса, ул  беҙҙең төбәккә хас инфекция. Ни өсөн тигәндә, беҙҙә  йүкә урмандары  күп, ә сысҡандар шуның ҡайырыһы менән туҡлана.

   Геморрагик биҙгәк – үҙе лә  ауыр сир. Ул шулай уҡ өҙлөгөүҙәргә килтереүе бар. Төп орган бөйөр зарарлана, сирле хатта яһалма бөйөргә тоташтырылған осраҡтар була.

   Кемдәрҙер был ауырыуҙан һуң ҡан тамырҙары сирҙәре менән яфалана. Сөнки вирус  тап уларҙы зарарлай. Ҡан баҫымы күтәрелеү, йөрәк, баш мейеһе сирҙәре кеүек  ҡан тамырҙарына бәйле сирҙәр ҡалҡып сыға. Ә бөйөргә килгәндә, пиелонефрит, нефрит кеүек ауырыуҙар көсәйә.

     Әйткәндәй, быйыл геморрагик биҙгәк йыш осраманы.  Яҙҙан, йәйҙән  ауырыуҙарҙы көтә башлағайныҡ,   бәхеткә күрә бик әҙ булды.    Сентябрь, октябрь айҙары ҡоро булыу сәбәпле, шул осорҙа бер аҙ сирләүселәр булды, әммә элекке йылдарҙағы кеүек күп түгел.   

    — Сысҡан ауырыуынан һаҡланыу саралары тураһында ла әйтеп үтһәгеҙ ине...

    — Был сирҙән, үкенескә күрә, прививка юҡ. Һаҡланыу саралары зарарланыу юлдары менән бәйле. Алда әйтеп үткәнемсә,  саңлы ҡоро һауаны һуларға тура килгән ваҡытта  ауыҙҙы, танауҙы битлек менән ҡаплап эш итергә кәрәк.  Битлекте йыш алмаштырыу кәрәклеген оноторға ярамай. Күптәр йәй көнө электр салғыһы менән үлән саба. Бына шул ваҡытта ла сир йоғоуы ихтимал.   Ашар алдынан ҡулдарҙы һәйбәт итеп йыуырға, ҡырҙа, тәбиғәт ҡосағында йоҡларға тура килгәндә,  ҡыуаҡлыҡтарҙан, һыу буйынан ситтәрәк  асығыраҡ урынды һайларға кәңәш ителә. Баҡса, ихаталарҙа сүп-сар өйөмөн булдырмаҫҡа, сөнки сысҡандар шунда оялай.

    — Онкология ауырыуҙары инфекция сирҙәренә инәме?

     — Инфекция ауырыуҙарында герпес-вирустар бар, улар онкология ауырыуҙарына килтереүе ихтимал. Ә герпес-вирустар һәр кешелә була.   Өс йәшкә тиклем бала уларҙы үҙенә ала: ата-әсәһенән, башҡа кешеләрҙән.

    — Инфекция ауырыуҙары менән күберәк кемдәр сирләй?

    — Иң беренсе сиратта, балалар. Сөнки улар күмәк кеше йыйылған урында күберәк  була, атап әйткәндә, балалар баҡсаһында, мәктәптә...  Ҡайһы бер ауырыған бала ла, ата-әсәһе эшләү сәбәпле, балалар баҡсаһына йөрөргә мәжбүр. Сирләгән килеш  мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына килеп, ул   тиҫтерҙәренә ауырыу йоҡтора.

  Икенсенән, кемдең иммунитеты түбән,   улар һалҡын тейҙереп тә, ОРВИ, ОРЗ менән дә йыш  ауырый. Киҙеү менән  дә улар  йылына бер нисә тапҡыр сирләүе ихтимал. Сөнки бындай пациенттарҙың  организмы  вирустарға ҡаршы тора алмай.  Был категорияға ауырлы ҡатындарҙы ла индерер инем.  Уларҙың да иммунитеты түбәнәйә, сөнки  балаға һәм әсәгә бүленә. Һөҙөмтәлә улар ҙа инфекция менән йыш  сирләй.

   Тағы ла хроник сирлеләр инфекция ауырыуҙарына бирешеүсән була. Мәҫәлән,  шәкәр диабеты  , шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк сирҙәре менән сирләүселәр... Белеүебеҙсә, кешенең иммунитеты эсәктәрҙән башлана.  Ашҡаҙан-эсәктәрендә хроник сирҙәре булғандарға инфекция йоғоп ҡына бара. Онкология ауырыуҙары менән сирләүселәр ҙә инфекция ауырыуҙарына тиҙ бирешә, сөнки ул да хроник сиргә ҡарай. 

      – Билдәле булыуынса, вируслы инфекция була һәм бактериялы?  Уларҙың ҡайһыныһы хәүефлерәк?

      –    Вируслы инфекциялар ҙа берҙәй хәүефле, бактериялы ла – уларҙы сағыштырып булмай.  Бынан тыш,   төрлө паразит, бәшмәк  бар. Һәр микроорганизм кешелә еңел генә формала  булырға мөмкин,  шулай уҡ бик ауыр формала сир барлыҡҡа килтереүе ихтимал.  Бында инфекцияның төрөнә түгел, ә ауырыуҙың нисек үтеүенә бәйле фекер йөрөтөргә кәрәк.  Вируслы инфекциялар еңел һәм нығыраҡ тарала. Ул һауа-тамсы юлдары буйлап, бер кешенән бик күп кешегә йоғоуы ихтимал.  Мәҫәлән, шул ковид та вируслы инфекция булды.

     — Эш тәжрибәгеҙҙән сығып, ниндәй һығымта яһай алаһығыҙ? Гәзит уҡыусыларға әйтер теләктәрегеҙ?

    — Инфекция һәр ваҡыт булды, бар һәм буласаҡ. Һәр заманда ла көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала, сөнки ул – киҫкен сир.

  Икенсе яҡтан, ул – социаль ауырыу. Сөнки   тиҙ тарала һәм ғәҙәттә,  уҡыған, эшләгән йәш кешеләрҙе зарарлай.  Һөҙөмтәлә ауырыу сәбәпле, улар эшкә бара алмай. Ҡайһы берҙәренең оҙаҡ ҡына сирләүе мөмкин. Шуның менән ул социаль проблема булып тора. Ғөмүмән,  ябай ғына гигиена талаптарын үтәгәндә, инфекцияға ҡаршы торорға мөмкин.   Һәр саҡ ҡулдарҙы һабынлап, ябай һыу менән йыуып торғанда инфекцияның ҡурҡынысы юҡ.

  Шулай уҡ  әгәр сирләп киттең икән,  эшкә, уҡырға бармаҫҡа, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы алып, өйҙә ултырырға кәрәк. Ошоно тәртипкә һалып алғанда, сирләүселәр ҙә күпкә кәмер ине. 

   Өсөнсөнән, инфекцияға ҡаршы тороу өсөн көслө иммунитет  кәрәк. Быныһы кешенең үҙенән тора.  Кешеләр күберәк сәләмәт йәшәү рәүеше алып барһа, инфекция ла  әҙерәк булыр ине.  Бының өсөн  спорт менән әүҙем шөғөлләнергә лә кәрәкмәй, ә көн дә саф һауаға сығып, хәлеңдән килгәнсә физик күнегеүҙәр эшләү йәки атлап ҡына йөрөү ҙә етә.  Иң мөһиме – саф һауала йөрөү.  Организмға кислород инһә, ундағы ҡан әйләнеше, матдәләр алмашыныуы кеүек  процестар әүҙемләшә. 

   Алама ғәҙәттәрҙән арыныу ҙур роль уйнай. Алкоголле эсемлектәр менән   тәмәке  иммунитетты бик ныҡ ҡаҡшата, өҫтәүенә, ҡан тамырҙарын бөтөрә. Һәр кеше үҙе генә  лә был ғәҙәте менән көрәшә ала.

   Иммунитет шулай уҡ  йәшәү рәүешенә бәйле.  Ҡайһы берәүҙәр  күп эшләй, йоҡоһо туйғансы йоҡламай, ял итмәй, һөҙөмтәлә  организм арый.  Кеше  тәүлегенә мотлаҡ 7 – 8 сәғәт йоҡларға тейеш.   Физиология менән бәйле, кеше ҡыш көнө – киске сәғәт 10-дан, йәйгеһен 11-ҙән  дә ҡалмай йоҡларға ятһа, бик яҡшы. Йоҡлаған ваҡытта организм тергеҙелә, баш мейеһе ял итә, иммунитет нығый.  Ғөмүмән, иммунитетты нығытыу өсөн йоҡо бик мөһим.  

   Дөрөҫ туҡланыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Хәҙер аҙыҡ-түлек бик күп,  артыҡ файҙалы булмағандары ла етерлек. Шуға күрә мөмкин тиклем тәбиғи аҙыҡтар менән туҡланыу сараһын күрегеҙ.  Магазиндағы ризыҡтарҙа  организмға ҡаршы төрлө консервант, токсиндар, зарарлы матдә күп. Шуға әҙерәк ҡарабыраҡ, һайлабыраҡ, дөрөҫөрәк туҡланыу мөһим. Аҙыҡ-түлектә витаминдар ҙа, микроэлементар ҙа, аҡһымдар ҙа, углеводтар ҙа булырға тейеш.  Бигерәк тә йәшелсә-емештәрҙе көн дә туҡланыу рационына индереү зарур. А  һәм Е витаминдары булған майлы аҙыҡтар ҙа  организмға кәрәк.

   — Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: