Бөгөн иртәнсәк Өфөләге “Өфө - Арена” универсаль спорт комплексы алдынан егеттәрҙе махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу сараһы үтте. Тантаналы сарала яугирҙәрҙе Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов тәбрикләне.
– Хөрмәтле хәрбиҙәр һәм уларҙың туғандары! Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров һәм үҙемдең исемдән ысын йөрәктән һеҙҙе тәбрикләйем. Һеҙгә Башҡортостан Башлығы һәм халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен, хөрмәтебеҙҙе еткерәм. Һеҙ илебеҙҙең Юғары Баш командующийы ҡуйған бурыстарҙы үтәйһегеҙ. Инде ике йылдан ашыу махсус хәбри операцияла хеҙмәт итәһегеҙ. Һеҙ беҙҙең өсөн ысын геройҙар, Ватан һаҡсылары! Унда булғанда һәр саҡ һеҙҙең барлыҡ хәрби бурыстарҙы үтәүегеҙ буйынса юғары баһа ишетәм. Рәхмәт һеҙгә. Республикабыҙҙан бер теләк – иҫән-һау Еңеү менән өйгә ҡайтығыҙ! Үҙегеҙҙе, үҙегеҙҙең егеттәрегеҙҙе, коллективты, взводты, ротаны, батальонды, полкты һаҡлағыҙ. “Берәү – бөтәһе өсөн, бөтәһе – берәү өсөн!” булырға тейеш. Берҙәм һәм бергә булғанда, беҙҙе бер кем дә еңә алмаясаҡ, - тине Ирек Сәғитов.
Уның белдереүенсә, республика иртәгә сираттағы гуманитар ярҙамды оҙатасаҡ, ике көндән һуң тағы ла 25 ҙур йөк автомобилендә Запорожье, Луганск, Донецк, Белгород, Курск кеүек төрлә йүнәлештәргә ярҙам китәсәк. Беҙҙең егеттәр Донбасста ғына түгел, ә Белгород, Курск өлкәһендә лә хеҙмәт итә. Башҡортостан Республикаһы даими ярҙам күрһәтеп торасаҡ – бөгөн был Тыуған илебеҙ, республика алдында торған төп бурысыбыҙ. Егеттәребеҙ тейешле ярҙам алырға тейеш.
- Һеҙҙең командирҙарҙан күп ғаризалар килә, беҙ уларҙы үтәргә тырышабыҙ. Башҡортостан Башлығы исеменә лә рәхмәт хаттары күп килә, шулай уҡ яҡташтарыбыҙҙын хәрби бурыстарын намыҫлы үтәүҙәре тураһында ла. Яңыраҡ уҙған Геройҙар көнөндә һалдаттарҙың ҡатындарына, атай-әсәйҙәренә рәхмәт хаттары тапшырҙыҡ. Был бик мөһим. Һеҙгә рәхмәт, – тине Ирек Сәғитов.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары сығышында республиканан аҙна һайын ошонда юғары уңайлыҡтары булған автобустарҙың аҙнаһына ике-өс тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барыуы һәм ошо транспортта ялға ҡайтырға мөмкинлеге тураһында башҡа егеттәргә лә хәбәр итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте.
Яугирҙәрҙе атай-әсәйҙәре, ҡатындары, туғандары, иптәштәре оҙата килгән. Күптәре журналистар менән аралашыуҙан баш тарта, уңайһыҙланалар. Шулай ҙа бер нисә яугир менән һөйләштек.
32 йәшлек “Шустрый” позывнойлы Өфө егет 2022 йылдың 16 октябрендә өлөшләтә мобилизация саҡырыуы махсус хәрби операцияға юлланған. Ул “Махсус хәрби операция биләмәһендә махсус бурысты үтәгән өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Әле тағы ла бер наградаға документтарын ебәргәндәр.
– Мобилизация иғлан иткәстәр, үҙем хәрби комиссариатҡа барып, саҡырыу ҡағыҙы алдым. Һөнәрем буйынса электр-газ иретеп йәбештереүсеһемен. Махсус хәрби операцияға киткәнгә тиклем ашнаҡсы булып эшләнем, ул саҡта Сочиға осорға йыйына инем, 1 ноябргә билет та алғайным. Махсус хәрби операцияға киткәнемә бер ҙә үкенмәйем. Әле Курахов йүнәлешендә хеҙмәт итәм. Пулеметсымын. Сроклы хеҙмәтте Абхазияла үттем, унда водитель булдым.
Өсөнсө тапҡыр ял итергә ҡайттым. Унын тыш, яраланыу сәбәпле, ярты йыл дауаланыуҙа булдым. Әле йөрөй башлауыма ай ярым. Инде ике йылдан ашыу һуғыш бара, кемдең генә өйҙә ултырғыһы килмәй икән... Әммә Тыуған илде һаҡларға кәрәк, шуға ла беҙҙең теләк менән тормоштағы ысынбарлыҡ һәр саҡ тура килмәүен дә аңлайбыҙ. Беҙҙең, ир-егеттәрҙең, төп бурысы – Ватанды һаҡлау. Бер башлағас, эшебеҙҙе аҙағына тиклем тамамларға кәрәк. Һуңынан, өйгә ҡайтып, тыныс тормошта йәшәрбеҙ. Ошо тыныслыҡ өсөн көрәшәбеҙ ҙә инде, – тип белдерҙе “Шустрый”.
Сығыштары Архангел районынан булған ике егет менән аралашырға тура килде. Уларҙың береһе тәртип һаҡлау органдарында хеҙмәт итә, ә икенсеһе – “Тема” махсус хәрби операцияла.
– Беҙ ике туғандар. “Тема” менән бергә үҫтек, ул миңә һәр саҡ ярҙам итте. Әле уны махсус хәрби операцияға оҙатырға килдем. Ике туған ағайыбыҙ махсус хәрби операцияла хәрби разведкала хеҙмәт итте, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл йәй яуҙа һәләк булды. Тиҙерәк һуғыш бөтһөн, яугирҙәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, тип теләйбеҙ, – тине ул.
Һалдаттарҙы оҙатыусылар араһында Дүртөйлө ҡалаһынан яугир атаһы Мөҙәрис Ағзамов та бар ине. Ул биш бала атаһы – дүрт ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әле берҙән-бер улдары Ватан һағында тора.
– Улым үҙенә “Аҡырма” позывнойын алған. Ул махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китте. Ике йылдан ашыу хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәткә тиклем – һаҡ хеҙмәтендә, һуңынан Нижнекамскиҙа эшләне. Әле Донецк Халыҡ Республикаһында уҡсы булып хеҙмәт итә. Йылына ике тапҡыр ялға ҡайтып тора. Теләгебеҙ шул инде – иҫән-һау ҡайтһындар. Иртән торһаҡ та, кис ятһаҡ та улыбыҙҙы уйлайбыҙ. Республика Хөкүмәте яугирҙәрҙең яҡындарын хәстәрләй, рәхмәт. Былтыр “Йоматау” шифаханаһында бер аҙна ял иттек, – тип һөйләне Мөҙәрис Фәтхелбаян улы.
“Аҡырма” менән дә аралаштыҡ. Уны дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы оҙатырға килгән. Әйткәндәй, был ҡайтҡанда егет ҡыҙҙы һората барған. Йәш кәләш әле Бөрөлә уҡып йөрөй, егет ҡайтҡас, ниҡахтарын теркәргә уйлайҙар.
– Сроклы хеҙмәттә хәрби элемтәсе булдым, әле мотоуҡсылар пехотаһында хеҙмәт итәм. Матди яҡтан тәьминәт яҡшы, бөтә әйберҙәребеҙ ҙә бар. Посылкаларҙы ла, гуманитар ярҙамды ла ваҡытында алып торабыҙ. Был йәһәттән аңлашылмаусанлыҡтар юҡ. Өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алдылар. Әле яҡшы ял иттем, ике аҙна етмәй ҡалды, отпусканы бер ай бирһәләр, яҡшыраҡ булыр ине. Беҙҙе автобустарҙа барып алалар, кире илтеп ҡуялар. Был йәһәттән уңайлы. Башҡа төбәктәрҙән булған яугирҙәр ҙә беҙҙең республиканың автобустарында Өфөгә тиклем килеп, артабан үҙҙәренең төбәктәренә юллана. Рәсәй төбәктәре араһынан Башҡортостан, Пенза, Ульяновск һалдаттарҙы автобус менән тәьмин итә, – тине яугир “Ҡысҡырма”.
“Мулла” позывнойы аҫтында хеҙмәт иткән егет Өфө ҡалаһынан. Уны әсәһе оҙата килгән ине.
– Минең ике балам бар – бер ҡыҙ, бер ул үҫтерҙем. Улым өлөшләтә мобилизация ваҡытында хәрби хеҙмәткә алынды. Ике йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә китте, дүрт тапҡыр ялға ҡайтты, ярты йыл һайын. Төнгө сәғәт дүрт-биштәрҙә уянып китәм дә, бөтәһе лә иҫән-һау ҡайтһындар инде, тип теләйем. Улыма 39 йәш, әле кәләш алмаған. Ул эшҡыуар ине. Ул диндә, ураҙаны ҡалдырмай, – тине “Мулла”ның әсәһе.
“Мулла” белдереүенсә, ошондай отпускылар һалдаттарға фронт ығы-зығыларын бер аҙ онотоп торорға ярҙам итә, ял итеү мөмкинлеген бирә. Ул үҙе был ҡайтҡанда туғандарына ҡунаҡҡа барған, мәсеткә йөрөгән, дауаханала һаулығын нығытҡан.
– Ике яҡтан да халыҡ арыны, һуғыш оҙаҡҡа һуҙылып китте. Еңеү көнөн тиҙерәк яҡынайтырға тырышасаҡбыҙ. Башҡортостан етәкселегенә ялға ҡайтҡан егеттәрҙе автобустар менән тәьмин иткән өсөн рәхмәт. Шулай уҡ беҙҙең республикала махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтелә. Рәхмәт белдерәбеҙ, – тине “Мулла”.
Яугирҙәр туғандары менән йылы хушлашып, тағы ла Ватаныбыҙҙы һаҡларға юлланды. Беҙ – барлыҡ республика халҡы уларға хәйерле юл, иҫән-һау, Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп ҡалдыҡ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.