– Был эштә ауылдың бҽр ҡатын-ҡыҙы ла ситтә ҡалманы. Килә алмаған оло йәштәге инәйҙәр ҙә май, йомортҡа, бал биреп үҙ өлөшөн индерһә, йыйылған хужабикәләр сәк-сәктҽ тиҙ арала бҽшҽрҽп, баллап та өлгөрттө. Ризыҡты уҡыуҙан ялға ҡайтҡан уҡыусылар матур һүрәттәр мҽнән биҙәп биргән һауыттарға һалдыҡ.
Әҙҽрләгән ризыҡтар яҡташтарыбыҙға өй йылыһын, бҽр аҙға ғына булһа ла Яңы йыл байрамы осҡонон ҽткҽрҽп, күңҽлдәрҽн йылытһын инҽ. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ.
Иң мөһиме– махсус операцияла булған егеттәребеҙ иҫән-имен тыуған яҡтарына, ғаиләләрҽнә әйләнеп ҡайтһын. Беҙ уларҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, – ти Аҡъюл ауылының мәрхәмәтле ҡатын-ҡыҙҙары.
Ин шәә Аллаһ шулай булһын, донъялар тынысланып, яугирҙар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Инәй-апайҙарҙың бөтә изге теләктәре ҡабул булһын.
Был хаҡта Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмө хәбәр итә.
Фото: Т. АМАНОВ.