Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабря 2024, 05:15

58 мең стипендия алып уҡығың килһә...

Уҡыусылар, башҡорт теленән төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында ҡатнашығыҙ. Федераль олимпиадала VIII – XI класс уҡыусылары көсөн һынай ала.

58 мең стипендия алып уҡығың килһә...58 мең стипендия алып уҡығың килһә...
58 мең стипендия алып уҡығың килһә...

Башҡорт теленән төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы еңеүселәре Өфө фән һәм технологиялар университетында йыл буйына 58 000 һум стипендия алып уҡый! Ҡунаҡхана тибындағы ятаҡта йәшәй. Ысын хәбәр был. Хәҙер өс йыл инде ошондай шарттар тыуҙырылғанға.

–  VIII – XI класс  уҡыусылары, әйҙәгеҙ, дәррәүерәк! Һайлап алыу этабында ни тиклем күберәк кеше ҡатнаша, йомғаҡлау этабына ла күберәк кеше үтә, тигән һүҙ. Һөҙөмтәлә еңеүселәр һаны ла арта.
Әйҙә, туған телде белеүҙең иң отошло мөмкинлектәрен ҡулланып ҡал!
Ятып ҡалма, атып ҡал! – ти башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының деканы Гөлфирә Абдуллина.

Еңеүсе дипломы 4 йыл буйы ғәмәлдән сыҡмай, йәғни 8 класта еңеүсе булған уҡыусы бер нисә йылдан ошо диплом менән уҡырға инә ала.
Еңеүселәр Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына имтиханһыҙ ҡабул ителә.
 Олимпиада биремдәре ошо сайтта урынлашҡан: https://olympiadsvosh.s-vfu.ru.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас